

Тәтешле районынан Фәнис Хөсәйеновтың Украиналағы махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары күптәрҙе хайран итеп өлгөрҙө. Ысынлап та, был яугир Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһындағы Үлмәҫбайҙы хәтерләтә.
Фәнис Хөсәйенов Яңы Ҡайпан ауылында тыуған. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә. Уны “Барыҫ-17” батальонының өсөнсө ротаһына беркетәләр.
3 сентябрҙә бер үҙе махсус заданиеға сыҡҡанда дошман БТР-ында ете кешегә осрай. Егет икәүһен юҡ итә, берәүһен әсиргә ала, ҡалғандары ҡасып ҡотола.
БТР-ҙы союз базаһына сығара, уны ике көндән һуң утҡа тоталар. Снарядтарҙың береһе Фәнистең яҡташы булған бинаға эләгә. Егет зыян күргән яугирҙе емереклектәр араһынан сығара.
Өс көндән һуң өсөнсө рота дошманға һөжүм итә – бәрелештә генерал-майор яралана. Шул саҡта дошмандан теге ҡыуып алып киткән БТР-ҙың кәрәге тейә – командирҙы госпиталгә алып барыу өсөн.
Яңыраҡ Фәнис ялға ҡайтып китте. Уның менән Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин да аралашып ҡалған.
– Кисә Тәтешле һәм Балтас районы егеттәрен үҙебеҙҙең пунктта ҡабул иттек. Яугирҙәр араһында Фәнис Хөсәйеновты осраттыҡ, ул Украиналағы махсус хәрби операция барышында дошмандың БТР-ын алып ҡасыуы һәм ундатяралы командирҙы сығарыуы менән дан алды. Әле Фәнис беҙҙең республика егеттәре менән Ватаныбыҙҙы яҡларға китте, – тип яҙҙы Илдар Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Әлбиттә, яугирҙәребеҙ көн дә беҙ белмәгән әллә күпме батырлыҡтар эшләй. Улар хаҡында әллә күпме ишетербеҙ. Үлмәҫбайҙар әле бар икән! Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, ир-егеттәр иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһын!
Фото: vk.com.