Геройҙар дәүере
30 Сентябрь 2022, 09:35

Иҫән-имен ҡайтһын егеттәр!

Рух ныҡлығы юлдаш булһын батырҙарыбыҙға.

Иҫән-имен ҡайтһын егеттәр!Иҫән-имен ҡайтһын егеттәр!
Иҫән-имен ҡайтһын егеттәр!

Ил һаҡсылары сафына көндән-көн яңы ир-егеттәр баҫа. Бөгөн Өфөлә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәр сафына саҡырылыусы Октябрь һәм Совет райондарында сираттағы оҙатыу саралары уҙғарылды.

Батырҙарҙың туғандары һәм яҡындарынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, Өфөнөң Октябрь һәм Совет районы хакимиәттәре башлыҡтары Сергей Плотников һәм Рөстәм Рәхмәтуллин, ҡала советы депутаттары Ирина Сухарева һәм Николай Романов, “Фатиха” мәсете имамы Нәзир Ғәниев һәм башҡа дин әһелдәре ҡатнашты.

- Беҙ һынылышлы тарихи мәлдә йәшәйбеҙ. Шуны хәтерҙә тотоу мөһим, Рәсәй – ул теләһә ниндәй дошманды кире ҡаға алырлыҡ ҡеүәтле дәүләт. Беҙҙең олатайҙар заманында барлыҡ донъяны нацизмдан ҡотҡарған. Был Бөйөк Еңеү тураһында хәтер Рәсәйҙең һәр бер  ғаиләһенә ҡәҙерле. Һеҙҙең иңегеҙгә лә бөгөн ябай булмаған, ләкин почетлы йөкләмә һалынған. Ҡулға ҡорал алып, һеҙгә Ватанды һаҡлау бурысы тора. Әҙер булыуығыҙ һәм патриотизм өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм, - тине Ирек Сәғитов.  

Тыуған илебеҙҙе һаҡлауға баҫҡан ир-егеттәр тураһында һәр ғәмәлдә хәстәрлек тойола. Мәҫәлән, эшҡыуар Алексей Амадеус уларҙың юлда туҡланыу хәстәрлеген күргән.  

- Егеттәр рухи һәм физик яҡтан ныҡ булһындар өсөн ярҙам итке килә. Барыһы ла яҡшы булһын, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар, - тип фекере менән бүлеште Алексей.

Хәрби әҙерлек урынына егеттәр “Прощание славянки” маршы аҫтында юлланды.  

Фото: Алик Рамаҙанов.

Иҫән-имен ҡайтһын егеттәр!
Иҫән-имен ҡайтһын егеттәр!
Иҫән-имен ҡайтһын егеттәр!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас