Геройҙар дәүере
30 Сентябрь 2022, 11:20

"Оло Ватаныбыҙға рәхим итегеҙ!"

Шағирә Лариса Абдуллина яңы яҡташтарыбыҙҙы шиғыры менән сәләмләне. 

"Оло Ватаныбыҙға рәхим итегеҙ!""Оло Ватаныбыҙға рәхим итегеҙ!"
"Оло Ватаныбыҙға рәхим итегеҙ!"

Бөгөн Өфөлә “Йортоғоҙға рәхим итегеҙ!” тип аталған митинг-концерт үтә. Сара Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең үҙ теләктәре менән Рәсәйгә ҡушылыуына арнала.

Митинг-концертта билдәле шағирә, журналист, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ла сығыш яһаны. Ул беҙҙең менән был сараға ҡарата фекере менән уртаҡлашты.

– Яңыраҡ Бөтә Рәсәй журналистар форумынан ҡайттыҡ. Унда Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары Донецк Халыҡ Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Виктор Петренко етәкселегендәге делегация менән осраштыҡ. Луганскиҙан вәкилдәр килә алманы, ләкин улар видеомөрәжәғәтен ебәрҙе, унда Башҡортостанға төбәп сәләм ебәрҙе, рәхмәт әйтте.

Республикабыҙҙа ДХР, ЛХР, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәйгә ҡайтыуы тураһындағы референдум уңайынан ойошторолған “Йортоғоҙға рәхим итегеҙ” митинг-концерты үтте. Ул төбәктәрҙең халҡы, журналистар ундағы йәшәгән кешеләрҙең һуңғы йылдарҙағы ҡырылыштан, социаль шарттарҙың түбән булыуынан, яуҙарҙан, ҡан-ҡойоштан, вәхшилектән шул тиклем арығанын, уларҙың ҡеүәтле Рәсәйҙә йәшәргә теләгәнен белдерҙе.

Беҙҙең республика тәүгеләрҙән булып уларға йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында төҙөүселәрҙе лә, табиптарҙы ла ебәрҙе. “Аҡбуҙат” журналы махсус һан сығарҙы. Үҙ балаларын да хәстәрләмәгән дәүләт нисек башҡаларҙы хәстәрләй алһын, ул турала һүҙ ҙә юҡ. Донбасс фажиғәһенән нисәмә йыл ваҡыт үтте, халыҡты ыҙалатыусылар һаман бер нимәне  лә ыңғай яҡҡа үҙгәртмәне, тормошто яҡшыртманы. Мөмкинлек бар ине, ләкин был эшләнмәне. Шуға күрә Рәсәй менән бергә булырға теләгән ул төбәктәргә беҙ Оло Ватаныбыҙға, Тыуған илебеҙгә рәхим итегеҙ, тип өндәшәбеҙ, – тине шағирә.

Уның ошо уңайҙан яҙған шиғырын да тәҡдим итәбеҙ.

 

Тыуған йортҡа рәхим итегеҙ!

 

Тыуған йорттан сығып китә һәр кем,

Атлап үтә нигеҙ тупһаһын.

Ҡайҙа ғына йөрөһә лә улдар,

Ил тойғоһон йәндә һаҡлаһын.

 

Ҡайҙа ғына йөрөһә лә ҡыҙҙар,

Ҡурсалаһын әсә доғаһы,

Һынауҙарға дусар булғанда да

Иманына атын туғарһын.

 

Тыуған илһеҙ ерҙә кеше булмай,

Һәр кемдең дә була ватаны.

Ватан беҙгә әсә төҫө кеүек!

Ул таныта беҙгә атаны.

 

Етемһерәп ситтә йөрөгәндәр,

Аҙашҡандар, илгә үтегеҙ!

Ҡурсау эҙләгәндәр вәхшилектән,

Туған йортҡа рәхим итегеҙ!

 

Тартып торһон тик туғанлыҡ хисе,

Саҡырып торһон һеҙҙе яҡшылыҡ!

Был дәүләтте еңеп булмай тиеп,

Был дәүләттә халыҡ берҙәм тиеп,

Ҡарап торһон бары таң ҡалып!

 

Тартып торһон кендек ҡанлы тупраҡ,

Бында имгән күкрәк һөтөгөҙ!

Һынауҙарға дусар булған һәр кем,

Тыуған илгә рәхим итегеҙ!

Ғәзиз өйгә рәхим итегеҙ!

 

Лариса Абдуллина.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас