Геройҙар дәүере
30 Сентябрь 2022, 11:15

Рәхим итегеҙ, туғандар!

"Хәҙер беҙҙең ҡеүәтле илебеҙгә ҡушылғас, уларҙың хәле яҡшырыр, ә беҙҙең татыу дәүләтебеҙ ишәйер, тип ҡыуанабыҙ", - ти митингта ҡатнашыусылар. 

Рәхим итегеҙ, туғандар!Рәхим итегеҙ, туғандар!
Рәхим итегеҙ, туғандар!

Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдында бөгөн кеше бик күп. Бында әлеге ваҡытта “Йортоғоҙға рәхим итегеҙ!” тип аталған патриотик митинг-концерт бара. Сара Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең референдум йомғаҡтары буйынса үҙ теләктәре менән Рәсәйгә ҡушылыуына арнала.

Көндөң һалҡынсараҡ булыуы бер кемгә лә ҡамасау итмәгән. Йыйылғандар араһында йәштәр, хеҙмәт коллективтары, тотош ғаиләләре менән тупланып килгәндәр байтаҡ. Һәр береһенең ҡулында - флагтар, лозунг яҙылған плакаттар.

– Беҙ был ваҡиғаға бик шатбыҙ. Был дүрт төбәк халҡы нисәмә йыл дауамында иҙелеп йәшәне, тормоштары һис алға барманы. Хәҙер беҙҙең ҡеүәтле илебеҙгә ҡушылғас, уларҙың хәле яҡшырыр, ә беҙҙең татыу дәүләтебеҙ ишәйер, тип ҡыуанабыҙ, – тине митингта ҡатнашҡан студент егет Азамат.

Митингта Рәсәй гимнын башҡарҙылар. Уларҙан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Рөстәм Шаһыбалов, Марсель Ҡотоев һәм Тимур Рамаҙанов патриотик йырҙар башҡарҙы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас