

Әлеге ваҡытты Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы алдында барған “Йортобоҙға рәхим итегеҙ” митинг-концертында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ғалим-филолог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гөлнур Ҡолһарина ла сығыш яһаны.
– Ҡәҙерле ватандаштар! Күптәрегеҙ хәтерләйҙер, 2014 йылда беҙ тарихи ватанына Ҡырым республикаһының ҡайтыуын сәләмләгәйнек. Бөгөн иһә беҙ Донецк, Луганск, Запорожье һәм Херсонға, тыуған йортоғоҙға ҡайтыу менән, тибеҙ! Бик мөһим тарихи ваҡиға булды был.
Эйе, хәҙер беҙҙең Рәсәй тағы ла ҙурыраҡ һәм тағы ла көслөрәк булып китте. Беҙ – ул илебеҙҙең миллионлаған граждандары, бөйөк илдең бөйөк кешеләре. Дөйөм Тыуған илебеҙ – Рәсәйҙе тәбрикләйбеҙ. Беҙ үҙ тарихыбыҙҙы үҙебеҙ яһайбыҙ һәм бергә булғаныбыҙға ҡыуанабыҙ.
Һәм бөгөн бында тағы бер тапҡыр "Донбасс – Луганск – Херсон – Запорожье! Беҙ - бергә! Беҙҙәмлектә беҙҙең көс!" тип әйтер өсөн йыйылдыҡ, - тине ул.
Фото: геройҙың шәхси архивынан.