Геройҙар дәүере
30 Сентябрь 2022, 11:05

Водитель кешене үлемдән ҡотҡарған

Кеше хәленә битараф ҡалмаған үҙ һөнәренең оҫтаһына рәхмәт!

Водитель кешене үлемдән ҡотҡарғанВодитель кешене үлемдән ҡотҡарған
Водитель кешене үлемдән ҡотҡарған

110С автобусына идара иткән Родион Искәндәров Ағиҙел йылғаһы күперенән үтеп барғанда таяуысҡа тотоноп йылғаға һикерергә йыйынған ирҙе аңғара. Водитель, йәһәт кенә автобусын туҡтатып, таныш булмаған иргә табан йүгерә. Был ваҡиға тураһында "КП Өфө" яҙып сыҡты.

"Ир ныҡ иҫерек ине. Водителгә ярҙамға автобуста булған башҡа ир-ат та ашыҡты, күмәкләп уны салонға индерҙеләр, әүрәтеп, тормош тураһында һөйләштеләр. МВД туҡталышында ул төшөп ҡалды. Водитель уны сығарышып, күңелен күтәрерҙәй һүҙҙәр табып, оҙатып ҡалды. Нимә әйткәндер инде - ир айнығандай булып, икенсе кәйефтә юлын дауам итте", - тип иртәгәһенә социаль селтәрҙә яҙып сыҡҡан автобуста булған пассажир ҡатын.

Сит кеше тарафынан күрһәтелгән бәләкәй генә иғтибар кеүек был аҙым, әммә ул кемделер осраҡлы һәләкәттән йолоп ҡалған, уның яҡындарын ҡайғы-хәсрәттән аралаған, үҙенә бер аҙ ышанысын да арттырғандыр, моғайын. Был күренеш - эргә-тирәбеҙҙә кеше хәленә битараф булмағандарҙың да күплегенә бер дәлил.

Әлеге иғтибарлы водителдең йәмәғәт транспортын йөрөтөү, кеше менән эшләү буйынса тәжрибәһе ҙур ғына - "Башавтотранс"та ул 2009 йылдан бирле. Хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, Родион Искәндәров - тыйнаҡ кеше, был ҡылығы менән үҙен герой тип иҫәпләмәй, ә "минең урында булған һәр кем ошолай ярҙамға ташланыр ине", ти.

Фото:bashdp.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас