

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан һәм Хәйбулла районынан мобилизацияланған бер төркөм ир-егеттәр хәрби әҙерлек үтеү өсөн Ҡазан ҡалаһына йүнәлгән ине. Әле улар янына Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хакимиәте башлыҡтары барҙы.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе яҙҙы.
"Башҡа райондарҙан хеҙмәттәштәребеҙ менән бергә беҙ - егеттәребеҙҙең хәрби әҙерлек урынындабыҙ. Мобилизацияланғандарҙы урынлаштырыу урыны менән таныштыҡ. Егеттәрҙең урынлашыу һәм туҡланыу буйынса дәғүәләре юҡ. Улар йылытылған палаткаларҙа йәшәй, өс тапҡыр эҫе аш, униформа һәм аяҡ кейеме менән тәьмин ителә. Яугирҙәргә беҙ йылы резина итек, бирсәткә, йоҡо тоҡтарына келәмдәр, гигиена саралары һәм медикаменттар алып килдек. Алда уларҙы хәрби эште яйға һалыу бурысы тора. Атыу күнекмәләрен яңыртырға кәрәк, һуғыш тактикаһы буйынса дәрестәр үтәсәк. Яҡташтарҙың кәйефе күтәренке, хәрбиҙәрсә. Улар менән һәр саҡ бәйләнештә буласаҡбыҙ һәм кәрәк булғанда һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ".
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың хәрби хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнеш мәсьәләләре буйынса кәңәшселәренең береһе сержант Замир Таһир улы Йәнтүрин – хәрбиҙәр менән Ҡазан ҡалаһында. Район һәм ҡала башлыҡтары менән ул да артабан даими рәүештә бәйләнештә буласаҡ.
Фото: Рөстәм Шәрипов сәхифәһенән.