

Республика мобилизацияланған ир-егеттәрҙе оҙатҡанда мөмкин тиклем хөрмәт күрһәтеп ҡалырға тырыша. Был маҡсатта улар юлланған маршрутта республика сигендәге һуңғы нөктәләрҙә туҡланыу ойошторола. Ошондай туҡтап китеү урыны Башҡортостан менән Татарстан сигендә – Октябрьский ҡалаһы янындағы “Уяҙы-тау” тау саңғыһы базаһында асылған.
Уяҙыла егеттәрҙе мәктәп туҡланыуы комбинаты коллективы көтә. Ашнаҡсылар аҙыҡты комбинатта әҙерләй һәм бында термостарҙа алып килә.
“Беҙ Өфөнән, Шарандан, Йылайырҙан, Баҡалынан һәм Башҡортостандың башҡа райондарынан мобилизацияланған һәм беҙҙең эргәнән үткән ир-егеттәрҙе ашаттыҡ. Комплекслы туҡланыуға кәбеҫтәнән салат, рассольник, былау, компот, шулай уҡ икмәк һәм ҡалас инә”, – ти Мәктәп туҡланыуы комбинаты директоры Татьяна Абрамова. Ул үҙе лә аҙыҡ таратыуҙа ҡатнаша.
Ашнаҡсы хеҙмәткәрҙәр һәр килгән автобусты теүәл әҙерлек менән көтөп ала. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында автобустар комплекс майҙансығына килеп инеү менән, шунда уҡ үҙ урындарына тороп, эшкә урынлашалар. Ә М5 трассаһында уларҙы Октябрьский ҡалаһы башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Сергей Литов ҡаршы ала һәм туҡланыу пунктына тиклем оҙата.
Килгән ватан һаҡсылары араһында Һауа-десант ғәскәрҙәренең запастағы майоры, Башҡортостан Республикаһы атаманы, казак подполковнигы Алмаз Сәйфуллин да бар.
– Беҙ Нефтекаманан таңғы сәғәт алтыла сыҡтыҡ. Биш сәғәт тирәһе юлда барабыҙ. Был - ашау ойошторолған беренсе пункт. Һарытауға хәрби-ялан күнекмәләренә юлландыҡ, – тип һөйләй Алмаз Әҡсән улы.
Улар ҡабаланмай ғына ашарға ултыра. Алдан бушағандары менән “Октябрьский нефтяник” гәзитендә эшләгән хеҙмәттәштәребеҙгә аралашыу форсаты ла тейгән. Егеттәрҙең күңеле күтәренке, ихлас аралаштылар, тип яҙа улар.
– Мобилизациянан ҡотолорға маташманым: Рәсәй ерен унда йәшәгән халыҡ яҡламаһа, кем яҡлар. Ватанды һаҡлау һәр саҡ ир-егеттәр иңендә булған, – ти Нефтекаманан Марат.
– Украиналағы ваҡиғаларҙы күҙәтәм. Кемдер нацист һеркәләрҙе туҡтатырға тейеш. Был Рәсәй кеүек бөйөк илдең көсөнән килә. Беҙҙең халыҡ ауыр мәлдәрҙә туплана белә. Мин Тыуған илемде яратам, Ватанған хеҙмәт итергә әҙермен, һәм был йәһәттән мин яңғыҙ түгел. Хәрби ваҡиғалар йылдарға һуҙылмаҫ, тип ышанам, һәм беҙ тыуған еребеҙгә, ғаиләләребеҙгә ҡайтырбыҙ, – тип һөйләй мобилизацияланған Айрат.
Биш минутлыҡ әҙерлек, һәм Алмаз Сәйфуллин: “Автобустарға!” – тип бойора. Ватанды һаҡларға юлланған ир-егеттәрҙе йылы аш менән һыйлаған ашнаҡсылар ҙа уларға: “Өйгә иҫән-һау ҡайтығыҙ!” – тип теләп ҡала.
Был пунктта бер нисә көндә ике меңдән ашыу яугирҙе туҡландырғандар. Мобилизацияланғандар өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Унда улар телефондарына заряд йыйҙырып ала, йыуынып, үҙҙәрен тәртипкә килтерә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Октябрьский нефтяник” гәзите.