

Салауат районы Малаяҙ ауылының Ғәйфуллин урамы халҡы Ҡырым госпиталдәрендә дауаланған Шайморатов исемендәге батальон хәрбиҙәренә аҡсалата ярҙам күрһәтергә теләй. Улар был изге башланғыстары менән башҡаларҙы ла дәртләндермәксе, тип яҙа "Салауат ерендә" гәзите хәбәрселәре.
– Беҙ, урамдың 1-20-се йорттарында йәшәгән граждандар, бер тауыштан үҙебеҙҙең хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтергә булдыҡ һәм дарыуҙар алыуға аҡса йыйҙыҡ, – ти эште башлап йөрөүсе төркөм ағзалары. – Тиҙерәк һауыҡһындар һәм Ватаныбыҙҙы яҡлау өсөн көрәшһендәр!
Күбеһенсә пенсионерҙар йәшәгән урам халҡы алты мең һумға яҡын аҡса йыйған. Сумма ҙур түгел, әммә акцияға башҡа урамдар, ауыл һәм ҡалалар ҙа ҡушылһа, һиҙелерлек ярҙам булыр ине, тип иҫәпләй улар.
– Яраланған егеттәребеҙҙең тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ! – тигән теләк белдерә яҡташтар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.