

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өлөшләтә мобилизацияға бәйле һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашты.
Уның белдереүенсә, республикала был кампания ойошҡан үткән.
– Ойошҡан үтте, военкоматтарға сираттар булды, доброволецтар күп ине. Әлбиттә, еңел булманы. Яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт. Беҙ егеттәребеҙгә ярҙам итә, уңайлы шарттар булдыра, уларға аҙыҡ-түлек ебәрә алабыҙ. Хакимиәт башлыҡтары айына ике тапҡыр улар янына барып килә, ниндәйҙер көнкүреш шарттарын яҡшырта ала. Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә лә ярҙам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ярҙам күрһәтер өсөн мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре реестрын булдырырға тәҡдим итте.
– Был мәсьәләлә бик иғтибарлы булырға кәрәк. Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла киткәндәрҙең ғаиләләре реестрын булдырыуҙы һорайым. Был ауыр түгел. Беҙҙә штаб бар, ул көндәлек ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: "Башинформ".