

«Октябрьский нефтяник» гәзите яҙыуынса, 17 сентябрҙа иртәнге сәғәт 4 тула 5 минутта Насибуллиндар ғаиләһенең фатирында янғын башланған - 2 йәшлек Родиондың карауаты янындағы розетка янып китә, төтөн фатирҙы һанаулы секундтар эсендә тиерлек ҡаплап ала
10 йәшлек Руслан ҡустыһының мендәрҙәре янып китеүен күреп, ҡулына йәш баланы алып ата-әсәһен тиҙ уята һәм хатта пижаманан салбарға кейенеп өлгөрә. Ғаилә ағзалары янған фатирҙан сығып өлгөрә. Ярты сәғәт эсендә Насибуллиндарҙың фатиры тулыһынса янып бөтә.
«Русландың күҙҙәрендә бер ниндәй ҙә ҡурҡыу булманы. Хәҙер ул беҙҙе- ата-әсәләрен тынысландырыуҙы дауам итә, әгәр ҙә әсәһенең йәнә күҙ йәштәре күренһә. Шулай ҙа уның да борсолоуҙары эҙһеҙ үтмәне, иртәнсәк өләсәһенә ҡайтҡас аңын юғалтты. Күрәһең, Руслан башҡаса хис-тойғоларҙы йүгәнләй алмағандыр инде. Бар ғаиләбеҙ иҫән һәм хәүефһеҙ, ләкин бына өй генә юҡ...», - ти ғаилә башлығы.
Ауыр ваҡытта ҡала халҡы Насибуллиндарҙы яңғыҙ ҡалдырмаған. Берәүҙәр - аҙыҡ-түлек, икенселәр аҡса күсерә.
Янғын һүндереүселәр асыҡлауынса, ут сығыуға төҙөк булмаған сым сәбәпсе булған. Янғын кесе бала карауаты эргәһендә урынлашҡан розетканан башлана. Фатир хужалары капиталь ремонтты күптән түгел генә тамамлаған була. Хәҙер уларға барыһын да баштан башларға тура киләсәк.
Уттан һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ"