Геройҙар дәүере
4 Октябрь 2022, 14:00

"Беҙҙең тәжрибә йәштәргә бик кәрәк!"

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонына "ҡыҙыу нөктә"ләрҙә булған ир-егеттәрҙе йыялар.

"Беҙҙең тәжрибә йәштәргә бик кәрәк!""Беҙҙең тәжрибә йәштәргә бик кәрәк!"
"Беҙҙең тәжрибә йәштәргә бик кәрәк!"

Мәғлүм булыуынса, ял көндәрендә Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальоны сафында махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдереп, Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 300-ҙән ашыу ирекмән мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта уны ойоштороу тәҡдиме менән сыҡҡан оставкалағы полковник Артур Йомағужин белдергән.

Республикала яңы батальон төҙөү тураһындағы ҡарарҙы ил Президенты Владимир Путин да хуплаған. Унда бары тәжрибәле – "ҡыҙыу нөктә"ләрҙә булған ир-егеттәр генә хеҙмәт итәсәк.

"Йәштәр илебеҙҙе һаҡлағанда, ситтә ҡалыу мөмкин түгел. Егеттәргә, улдарыбыҙға һәм ҡустыларыбыҙға беҙҙең тәжрибә бик кәрәк! Уларға еңергә ярҙам итәсәкбеҙ!" – тип белдергән Артур Йомағужин.

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонында хеҙмәт итергә теләгәндәрҙе Өфө ҡалаһы, Дан бульвары, 6 (БР ДОСААФ-ы) адресы буйынса көтәләр. Шулай уҡ 89196070739 телефонына шылтыратырға мөмкин.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Телеграм”.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас