Геройҙар дәүере
4 Октябрь 2022, 13:30

Депутаттар ҙа яуға китә

Был хаҡта - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Депутаттар ҙа яуға китәДепутаттар ҙа яуға китә
Депутаттар ҙа яуға китә

“Махсус хәрби операцияла 24 муниципаль депутат ҡатнаша”, – ти Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев.

Уның әйтеүенсә, республика парламенты депутаттары араһында ла Тыуған илгә һуғыш яланында хеҙмәт итергә теләүселәр бар. “Әммә бының өсөн билдәле бер юридик ҡарарҙар кәрәк, депутаттың теләге генә етмәй. Әле беҙ ошо процедураны тиҙләтеү һәм хәрби хеҙмәткә китеү депутаттың үҙ ҡарары нигеҙендә лә башҡарыла алһын өсөн тейешле документтар әҙерләйбеҙ”, – ти парламент етәксеһе.

Константин Толкачев белдереүенсә, парламентарийҙар республиканың өлөшләтә мобилизациялау сиктәрендә саҡырылған  кешеләрҙең йәшәү һәм хеҙмәт итеү шарттарын контролдә тота. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына депутаттар Салауат Хөсәйенов менән Марат Шафиҡов Һарытауҙағы хәрби часта булып ҡайтҡан.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас