Геройҙар дәүере
4 Октябрь 2022, 07:45

Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" акцияһына әүҙем ҡушыла

 Хәйбулла районының изге йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙары "ЖИВИ" һәм #ВяжемДобро тигән акциялар иғлан итеп, йылы ойоҡбаштар бәйләп тапшыра

Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" акцияһына әүҙем ҡушылаХәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" акцияһына әүҙем ҡушыла
Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" акцияһына әүҙем ҡушыла

Күп район һәм ҡалаларҙа өлөшләтә мобилизацияға эләккән яугирҙәребеҙ өсөн кәрәкле әйберҙәр туплау, уларға бар яҡлап ярҙам итеү буйынса төрлө мәрхәмәтлек акциялары ойшторола. 

Хәйбулла районының изге йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙары "ЖИВИ" һәм #ВяжемДобро тигән акциялар иғлан итеп, йылы ойоҡбаштар бәйләп тапшыра. Улар тыуған ерҙең ялҡынлы сәләме булып беҙҙең егеттәргә барып етәсәк, — ти акцияны ойоштороусылар. Был акцияға райондың барлыҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла әүҙем ҡушылған.

Мәҫәлән, былтыр "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеү яулаған Бәләкәй Арыҫланғол  ауылы ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" акцияһына ҡушылып, һалдаттар өсөн йылы ойоҡбаштар йыйып тапшырған да инде. "Алла бирһә, илгә тыныслыҡ килһен, егеттәр иҫән - һау әйләнеп ҡайтһын", - тип изге теләктәрен юллай вәзәмдәр.

Шулай уҡ Юлбарыҫ ауылының ҡатын-ҡыҙҙары ла акцияны дәррәү күтәреп алған. Ауылдың ағинәйҙәре, йәш килендәре, уңған оҫтабикәләре үҙҙәре бәйләп, яугирҙәрҙең аяҡтары өшәмәһен, йылы йөрөһөн, тип ойоҡбаштар бәйләһә, ҡулдары теймәй бәйләй алмағандары һатып алған. 

Илгә килгән оло ҡазаны бары тик берҙәм көс менән еңеп буласағын һәр кем яҡшы аңлай. Әйткәндәй, акцияла теләге булған һәр кем ҡатнашып, 6 октябргә тиклем йылы әйберҙәрҙе Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40 адресы буйынса (2-25-34) райондың Ғаилә хеҙмәтенә тапшыра ала. Йылы ойоҡбаштар яугирҙәргә ошо аҙна аҙағында уҡ тапшырыласаҡ. Берҙәмлектә көс, ситтә ятып ҡалмағыҙ һылыуҙар!

Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" акцияһына әүҙем ҡушыла
Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" акцияһына әүҙем ҡушыла
Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" акцияһына әүҙем ҡушыла
Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары "Йәшә" акцияһына әүҙем ҡушыла
Автор:Карима Усманова
Читайте нас