

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күптәр көткән яңылыҡты еткерҙе: беҙҙең “Шайморатовсы"лар сәләм ебәргән.
“Өфөнөң Дим районынан “Шайморатовсы"лар тыуған яғына, туғандарына һәм яҡындарына сәләм ебәрә. "Беҙгә ышанығыҙ", тип яҙа егеттәр. Ышанабыҙ. Эшләгеҙ, егеттәр!” - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Ул шулай уҡ сәхифәһенә видеояҙма ла ҡуйҙы. “Алғы сафтағы “Шайморатовсы"ларҙан тағы ла сәләм. Егеттәр үҙ бурыстарын лайыҡлы башҡара. Шулай булырға тейеш тә.
Тыныс хеҙмәт итегеҙ. Һеҙҙең артта - бөтә Башҡортостан. Беҙ һеҙгә бөтә яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото һәм видео Радий Хәбировтың сәхифәһенән.