Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
5 Октябрь 2022, 22:30

Дүртөйлөләр йөрәк йылыһын еткерә

"Гимназиялағы балалар яугирҙәргә хаттар ҙа яҙҙы. Батырҙарыбыҙҙың тиҙерәк тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Беҙ улар өсөн доға ҡылабыҙ".

Дүртөйлөләр йөрәк йылыһын еткерә
Дүртөйлөләр йөрәк йылыһын еткерә

Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, ирекмәндәр, Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары, уҡытыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Йөрәк йылыһы” акцияһына ҡушылған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүҙе ойошторған.

Улар хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәргә күстәнәстәр, йылы кейемдәр һәм йылы һүҙҙәр яҙылған өс мөйөшлө хаттар йыя. Тупланған әйберҙәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Дүртөйлө ҡалаһының Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы директоры, урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлшат Хөсәйенова алып килгән.

– Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ун ҡумта йылы кейем, ҡоро паёк, гигиена кәрәк-яраҡтары йыйҙыҡ. Бының менән генә туҡталып ҡалмайбыҙ, артабан да гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итербеҙ. Гимназиялағы балалар яугирҙәргә хаттар ҙа яҙҙы. Уларҙы ла мотлаҡ тапшырырбыҙ. Батырҙарыбыҙҙың тиҙерәк тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Беҙ улар өсөн доға ҡылабыҙ, - тине ул.

Шулай уҡ Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы бер кластың ата-әсәләре аҡса йыйыуҙы ойоштороп, 110 мең һум туплауы хаҡында һөйләне. Бынан тыш, гимназия уҡыусыларының ата-әсәләре Луганск ҡалаһы мәктәптәренең береһенә компьютер, ноутбук, уҡыу материалдары тапшырған.

Акцияла ҡатнашам тиһәгеҙ, әйберҙәрҙе Өфөләге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының офисына (Революция урамы, 43) килтереп тапшыра алаһығыҙ. Ноябрь башында Донецк һәм Луганск республикаларына махсус ылау юлланасаҡ, ошо әйберҙәрҙе лә алып китәсәктәр.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: