Геройҙар дәүере
5 Октября 2022, 15:00

Исмаил халҡы ла ситтә ҡалманы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Йөрәк йылыһы" акцияһы дауам итә.

Исмаил халҡы ла ситтә ҡалманыИсмаил халҡы ла ситтә ҡалманы
Исмаил халҡы ла ситтә ҡалманы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Дүртөйлө районының Исмаил ауылынан Гүзәлиә Закирова килде. Ул ауыл мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, урындағы ҡоролтай ағзаһы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан мобилизацияланған яугирҙәргә кәрәк-яраҡ туплау өсөн иғлан ителгән "Йөрәк йылыһы" акцияһы хаҡында ишеткәс, ул мәктәп директоры Айгөл Ғәлиеваға мөрәжәғәт итеп, уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы, ауылдаштарын ошо сараға йәлеп иткән.

Исмаил ауылының миһырбанлы кешеләре бик күп йылы ойоҡ, бирсәткәләр, таҫтамалдар һәм башҡа кәрәк-яраҡ туплаған. Ә бәләкәстәр йөрәккә үтеп инерлек хаттар яҙған.

 – Иң мөһиме — ҡайнар сәләмдәребеҙ яугирҙәргә барып етһен! Имен-һау булһындар, тыуған яғыбыҙға тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға яҙһын! - ти Гүзәлиә Урал ҡыҙы.

Акцияла ҡатнашам тиһәгеҙ, әйберҙәрҙе Өфөләге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының офисына (Революция урамы, 43) килтереп тапшыра алаһығыҙ. Ноябрь башында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына махсус ылау юлланасаҡ, ошо әйберҙәрҙе лә алып китәсәктәр.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас