Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
5 Октябрь 2022, 21:00

Йәштәргә бәхет теләйбеҙ!

"Тантаналы сара барышында майҙанға бер яугир сыҡты ла һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны..."

Йәштәргә бәхет теләйбеҙ!
Йәштәргә бәхет теләйбеҙ!

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәрҙә матур ваҡиға тураһында яҙҙы.

“Бөгөн махсус хәрби операция барған урындан ҡайтҡан Рәсәй гвардиясыларының осрашыуы ваҡытындағы ҡыуаныслы ваҡиға менән уртаҡлашҡым килә. Тантаналы сара барышында майҙанға бер яугир сыҡты ла һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Был барыбыҙ өсөн дә бик тулҡынландырғыс булды. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тормоштоң дауам итеүен иҫбатлай был хәл. Яугирҙәребеҙ ғаиләһе, балалары, һөйөклө кешеләре булған ябай егеттәр булып ҡала.

Росгвардияның махсус бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре тотороҡлолоғо, намыҫы, дәрәжәһе менән һәр саҡ айырылып торҙо. Тап ошо профессиональ сифаттары нигеҙендә улар командировкала ҡуйылған бурыстарҙы ҡыйыу һәм тәүәккәл үтәй.

Барыбыҙ ҙа уларҙың ҡуйылған бурыстарҙы тулы составта атҡарып сығып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына шатбыҙ. Батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары алдында баш эйәбеҙ. Егеттәребеҙгә рух күтәренкелеге, уңыштар теләйбеҙ, яратҡан кешеләре уларҙы көтөп алһын.

Әйткәндәй, ҡыҙ егеттең тәҡдимен ҡабул итте. Йәштәрҙе ҡотлайым. Бәхетле булһындар”, – тип яҙҙы Ирек Сәғитов.

Фото: И. Сәғитовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: