Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
5 Октябрь 2022, 23:00

Яҡташтарыбыҙ Ҡазанда никахын теркәне

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов: "Яҡташыбыҙ Данис Рәфис улын яңыраҡ мобилизациянылар һәм Ҡазандағы хәрби әҙерлек пунктына оҙаттылар. Ул беҙгә үтенесен белдерҙе..."  

Яҡташтарыбыҙ Ҡазанда никахын теркәне
Яҡташтарыбыҙ Ҡазанда никахын теркәне

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов шәхси сәхифәһендә шатлыҡлы яңылыҡ менән бүлешкән.

“Бөгөн Ҡазан ҡалаһындағы ЗАГС бүлектәренең береһендә яҡташтарыбыҙ Рәмилә һәм Данис Ниғәмәтйәноваларҙың никахтары теркәлде.

Яҡташыбыҙ Данис Рәфис улын яңыраҡ ҡына мобилизацияланылар һәм Ҡазандағы хәрби әҙерлек пунктына оҙаттылар. Аҙна башында ул беҙгә никахын теркәү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Район хакимиәте һәм Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының берлектәге яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә “тиҙләтелгән режим”да никах теркәү тантанаһы үтте. Байрам бик матур һәм тулҡынландырғыс булды.

Әйтергә кәрәк, был пар оҙаҡ йылдар бергә бәхетле ғүмер кисерә, ике бала - 12 йәшлек Регина һәм туғыҙ йәшлек Егор исемле балалар тәрбиәләйҙәр. Ҡотлайым, оҙон ғүмер, бәхет теләйем!“ – тип яҙҙы Динис Йосопов.

Фото Динис Йосоповтың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: