Геройҙар дәүере
6 Октябрь 2022, 10:15

91 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй

Иглин ауылынан өлкән йәштәге инәй өлөшләтә мобилизацияланғандар өсөн 26 пар ойоҡбаш әҙерләгән.

91 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй91 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй
91 йәшлек инәй яугирҙәргә ойоҡбаш бәйләй

Серафима Антоновна Теребеева йылы әйберҙәре менән бергә хат та ебәргән. Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация башланғас, 91 йәшлек инәй ҙә ситтә ҡала алмаған. Мобилизацияланған Иглин халҡы өсөн ул 26  пар йөн ойоҡбаш бәйләгән, шуларҙың егермеһе ебәрелгән дә инде.

Киләһе ылауға Иглин ағинәйе биш пар йылы ойоҡ әҙерләгән, әле оҫтабикә алтынсы пар өҫтөндә эшләй. Балалары уға бәйләм өсөн ептәр һатып алырға ярҙам итә.

«Мин, Теребеева Серафима Антоновна, тыл хеҙмәтсәне. Миңә 91 йәш. Мин һуғыш осорон, һыуыҡты һәм аслыҡты кисерҙем. Ҡәҙерле улдар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Беҙ һеҙҙе иҫән-һау көтәбеҙ. Өшөмәҫ өсөн ойоҡбаштар бәйләнем», - тип яҙған оҫтабикә. Уның хаты йылы әйберҙәре менән бергә мобилизацияланған Иглин халҡына ебәрелгән.

Серафима Антоновна һуғыштың нимә икәнен ишетеп кенә белмәй. Бөйөк Ватан һуғышы уның ғаиләһен дә урап үтмәгән: өлкән ағаһы яу яланында башын һалған. Апайы дүрт йыл Силәбелә хәрби заводта эшләгән. Атаһын хәтерләмәй. Ул ҡыҙыҡайға ни бары йәш тә туғыҙ ай булғанда вафат булған.

Инәйҙең бала сағы һәм йәшлеге ил өсөн ауыр осорҙа үткән. Ул Кәлтә ауыл биләмәһенең Коммунар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Бер ни тиклем ошо уҡ ауыл Советының Первомайский ауылында йәшәгәндәр. Һуғыш башланғанда уға 10 йәш булған. Ошо мәлдән уның өсөн оло тормош башланған.

Серафима башланғыс мәктәпте Первомайский ауылында тамамлай, ә бишенсе класҡа биш километр алыҫлыҡтағы күрше ауылға йөрөргә мәжбүр була. Бысраҡҡа һәм һыуға түҙмәй сабаталары тарҡалып та бөтә. Даими рәүештә аяҡ кейеме һатып алырға мөмкинлеге булмай. Шул арҡала уға һәм әхирәттәренә мәктәптән китергә тура килә.

Серафима 12 йәшенән өлкәндәр менән бергә колхозда эшләй башлаған. Михнәтле һуғыш ваҡытын, артабан һуғыштан һуңғы йылдар, тормошо хаҡында Иглин инәйе сәғәттәр буйына һөйләй ала.

Серафима Антоновна 64 йәшендә хаҡлы ялға сыға. Уның хеҙмәт стажы - 46 йыл. Хеҙмәт ветераны, тыл хеҙмәтсәне, «Һуғыш балалары» статусына эйә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған: ул бер нисә миҙал, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышының юбилей миҙалы менән бүләкләнгән.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшһеҙ ултырмай: тәүге осорҙа  пластик шешәләрҙән төрлө әйберҙәр эшләгән, уларҙы туғандарына, яҡындарына һәм мәктәптәргә бүләк иткән. Тегеү, бәйләү менән булыша. Үҙ оҫталығын ҡыҙҙарына ла өйрәткән, улар ҙа төрлө ҡул эштәре менән мауыға.

- Яратҡан шөғөл менән ваҡыт һиҙҙермәй үтә, - ти оҫтабикә. - Иртәнге сәғәт дүрткә тиклем ҡул эше тотоп ултыра торғайным.

Ейәндәре өсөн матур әйберҙәр бәйләгән. Әйткәндәй, Серафима Антоновна - бәхетле өләсәй. Уның  10 бүлә-бүләсәре, 17 тыуа-тыуасары бар.

Ә өлөшләтә мобилизация башланғас, Серафима Теребеева мобилизацияланған яугирҙәргә йөн ойоҡбаш бәйләп, һалдаттарыбыҙға ярҙам итергә ҡарар итә. Һуңғы айҙарҙа уның иғтибары Украинала дауам иткән махсус операцияға йүнәлтелгән. Көн һайын яңылыҡтарҙы иғтибар менән тыңлай.

Хеҙмәт ветераны тормошҡа зарланмай, балалары - эргәлә, әсәһенә йыш килеп йөрөй. Йыл һайын Еңеү көнөндә Д.С. Тикәев исемендәге 4-се мәктәп уҡыусылары Серафима инәйгә килә, байрам менән ҡотлай, хужалыҡ, йорт эштәрендә ярҙам итә.

Серафима Антоновнаның күңеле Тыуған ил яҙмышы өсөн һыҙлай. Берҙән-бер теләге: махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланһын, ир-ат өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.

- Әле үлергә уйламайым да, барыһының да тамамланырын көтәм, - ти Серафима Антоновна. - Тиҫтәләрсә миллион совет кешеһе ғүмерен биргән азатлыҡты һаҡлап ҡалырға кәрәк. Беҙҙең быуын кисергән һуғыш ҡурҡыныстары бер ҡасан да ҡабатланмаһын!

Фото һәм текст сығанағы: Сирина Фәррәхова.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас