Геройҙар дәүере
6 Октябрь 2022, 12:55

Һалдаттарға ярҙам ебәрелде

Ишембай районының Этҡол ауылы халҡы мобилизацияға алынған яҡташ егеттәргә ярҙам ебәргән.

Һалдаттарға ярҙам ебәрелдеҺалдаттарға ярҙам ебәрелде
Һалдаттарға ярҙам ебәрелде

Ауыл халҡы дәррәү аҡса йыйып, һалдаттарға йылы итектәр, термостар, фонарҙар, газ йылытҡыстары, эске йылы кейемдәр, ҡул сәғәттәре, күҙлектәр, ямғырҙа кейергә плащтар, дарыуҙар һәм күстәнәскә тәмлекәстәр алған.  

Ата-әсәләр менән берлектә һәр егеткә тәғәйенләп, посылкалар тултырылған, улар Пенза ҡалаһына хәрби әҙерлек үтеүселәргә ебәрелгән.

Тыуған ерҙән алыҫта булһалар ҙа яҡташтарының йылы иғтибарын тоя Этҡол егеттәре.

Фото: ауыл китапханаһы.

Һалдаттарға ярҙам ебәрелде
Һалдаттарға ярҙам ебәрелде
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас