

Республиканың һәр район һәм ҡала башлыҡтары өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәткә саҡырылған яҡташтары янына бара, уларға кәрәк-яраҡ илтә, тыуған яғының, туғандарының, ғаиләләренең ҡайнар сәләмдәрен еткерә.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов та "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ошоға бәйле яҙма ҡуйған.
"Ҡазан ҡалаһында хәрби күнекмәләрҙә булған ир-егеттәр менән осраштыҡ. Яҡташтарыбыҙ барығыҙға ла ҡайнар сәләмдәрен еткерә. Улар йылытылған палаткаларҙа йәшәй, йылы аш, униформа һәм аяҡ кейеме менән тәьмин ителгәндәр. Ошоларға өҫтәп, барлыҡ район халҡы тарафынан йыйылған тәүге гуманитар ярҙамды һәм ата-әсәләренең, ҡатындарының посылкаларын тапшырҙыҡ. Райондаштарыбыҙ менән һәр ваҡыт бәйләнештә буласаҡбыҙ, һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.
Изге эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә – район халҡына, ауыл биләмәләренә, урындағы ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға, ирекмәндәргә ҙур рәхмәт белдерәм. Алла бирһә, егеттәребеҙ тыуған яғыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын", - тип яҙған район етәксеһе.
Сығанаҡ: Ғәзиз Манаповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.