Геройҙар дәүере
6 Октябрь 2022, 13:30

“Минең дә Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам иткем килде”

Шәхси эшҡыуар Мәрфүға Аралбаева яугирҙәр өсөн флистан ойоҡбаштар тегә.

“Минең дә Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам иткем килде”“Минең дә Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам иткем килде”
“Минең дә Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам иткем килде”

Тегенсе, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән алтын ҡуллы милләттәшебеҙ, Өфө ҡалаһында йәшәгән Мәрфүға Аралбаева “Йөрәк йылыһы” акцияһы тураһында “Юлдаш” радиоһы эфирында ишеткән.

Ул Баймаҡ районының беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Әммә сағыу әйберҙәрҙе үҙ ҡулы менән булдырырға, тегергә яратыуы тормошон ҡырҡа икенсе йүнәлешкә борорға мәжбүр иткән. Хәҙер уның килем дә, күңеленә ҡәнәғәтләнеү ҙә килтергән эше – шәхси тегеү ательеһы бар. Мәрфуға Урал ҡыҙын күптәр иҫ киткес матур күлдәктәр, костюмдар, өҫ кейемдәре теккән оҫтабикә итеп белә.

 – Минең дә алыҫҡа юлланған, Ватанды һаҡлаған яҡташтарыма ярҙам иткем килде. Нисек һәм нимә эшләргә була тип уйланып йөрөнөм, унан итек эсенән кейә торған уңайлы ойоҡбаштар тегергә булдым. Бының өсөн төрлө туҡымаларҙың сифаты тураһында уҡыным. Ялан шарттарында, һалҡын ваҡытта хеҙмәт итәсәк ир-егеттәр өсөн тәғәйенләнгән әйбер уңайлы булыу менән бер рәттән, йылылыҡ тоторға, тирләгәндә йә йыуғандан һуң тиҙ генә кибергә тейеш. Был йәһәттән иң яраҡлы туҡымаларҙың береһе – флис. Полиэстерҙан яһалған синтетик трикотаж туҡыма төрө ул. Уны йылы тота торған эске кейемдән алып ҡышҡы хәрби комбинезондар тегеү өсөн дә ҡулланалар. Флис кейем –  туристар, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр, хәрбиҙәр өсөн иң яҡшыһы. Йыш ҡына уны кейемдәге урта ҡатлам итеп файҙаланалар. Материал еңел, гипоаллерген, ныҡ, тиҙ кибә, шыма, йылылыҡ тота. Ниәтем нығынғас, үҙемдә булған флис киҫәгенән ойоҡбаш тектем, уны бер нисә көн кейеп йөрөнөм, һынап ҡараным. Ысынлап та, йылы ла, уңайлы ла.

Унан инде туҡымалар магазинынан барып бер нисә метр ҡуйы йәшел төҫтәге флис алып ҡайттым һәм 25 пар ойоҡбаш тектем. Йөйҙәрен эшкәрттем, сөнки улар аяҡты ауырттырмаҫҡа тейеш, – ти Мәрфүға Урал ҡыҙы.

Ул башҡарылған менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай, тағы ла ойоҡбаштар, каска эсенән кейә торған башлыҡтар текмәксе. “Әлегә был фәҡәт минең башланғысым булды, кәрәк икән, ательемда әйбер тектергән клиенттарым, дуҫтарым да ярҙамға әҙер – улар  булышлығында ҙурыраҡ күләмдәге эштәр атҡарасаҡбыҙ”, – ти әүҙем милләттәшебеҙ.

“Йөрәк йылыһы” акцияһы октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ул халҡыбыҙҙың киң күңелле, ихлас һәм берҙәм икәнлеген тағы берҙе иҫбатланы. Мобилизацияланған яугирҙәр, яу яланындағы хәрбиҙәр өсөн йылы ойоҡтар, бирсәткәләр һәм башҡа кәрәк-яраҡты баш ҡаланың Революция урамы, 43 адресы буйынса килтергә мөмкин. Ноябрь башында ылау Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатыласаҡ.

Иң мөһиме — ҡайнар сәләмдәрегеҙ яугирҙәргә барып етһен, улар иһә имен-һау тиҙерәк тыуған яғына әйләнеп ҡайтһын!

Фото геройҙың шәхси архивынан һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан. 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас