Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Октябрь 2022, 11:00

Мобилизацияланған ирҙең ҡатынына һәм ҡыҙына утын әҙерләп биргәндәр

Шайморатовсылар Ватан һаҡларға юлланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итә.

Мобилизацияланған ирҙең ҡатынына һәм ҡыҙына утын әҙерләп биргәндәр
Мобилизацияланған ирҙең ҡатынына һәм ҡыҙына утын әҙерләп биргәндәр

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең Өфө ҡалаһындағы М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына Өфө районының Искин ауылында йәшәгән ҡатын ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ире махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн мобилизацияланған. Ҡатын бәлиғ булмаған ҡыҙы менән яңғыҙ тороп ҡалған, шуға ла ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүҙә ярҙам итеүҙәрен һораған.

Штаб ирекмәндәре ауылға барып, ярҙам иткән: утын ярған һәм өйөп биргән. Елена был эштәре һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Ирем менән даими бәйләнеш тотабыҙ. Әле ул хәрби әҙерлек үтә, туҡланыу һәм бирелгән кейем менән ҡәнәғәт. Саҡырыу ҡағыҙы килгәс, ул бер икеләнеүһеҙ йыйынды - үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә әҙер ине. Өйҙән тыныс сығып китте. Беҙ – хәрбиҙәр ғаиләһе, шуға ла өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, атайыбыһһың беренселәрҙән булып илебеҙҙе һаҡларға китәсәген белә инек. Ирем менән ғорурландым, ғорурланам һәм төрлө шарттарҙа ла ғорурланасаҡмын! Ул – ысын ир, беҙ уны көтәбеҙ. Ул беҙҙе яҡлар һәм еңеү менән ҡайтыр, тип ышанабыҙ, – тип һөйләне ҡатын.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 64 ирекмәндәр штабы эшләй: береһе – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә һәм 63-ө партияның урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында.

Ирекмәндәр штабына колл-үҙәк телефоны аша көн һайын 9.00 – 18.00 сәғәттә мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Фото: vk.com/erbashkortostan

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: