Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Октябрь 2022, 12:30

Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...

Юғары уҡыу йорттарында хәрби кафедра тамамлаған, шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә офицер дәрәжәһендә хеҙмәт иткән ир-егеттәр ҙә хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды.

Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...
Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...

5 октябрҙә Республика саҡырыу пунктынан запастағы офицерҙар иҫәбенән өлөшләтә мобилизацияға эләккән граждандарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Юғары уҡыу йорттарында хәрби кафедра тамамлаған, шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә офицер дәрәжәһендә хеҙмәт иткән ир-егеттәр ҙә хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды.

Оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Сергей Нетунаев, һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Радик Ғәбиҙуллин, дини конфессиялар вәкилдәре ҡатнашты.

– Хәрби әҙерлек барышында үҙегеҙҙе һәм ҡул аҫтындағы һалдаттарҙы яҡшы әҙерләүегеҙҙе теләйем. Иң мөһиме - тыуған республикаға иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, – тип теләктәрен еткерҙе Сергей Нетунаев.

Митингтан һуң мобилизацияланған офицерҙарға туғандары һәм яҡындары менән хушлашыуға ваҡыт бирелде. Унан һуң резервта булған яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлек урынына юлланды.

Фото: рәсми сығанаҡтан.

Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...
Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...
Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...
Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...
Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...
Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...
Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...
Резервтағы офицерҙарҙы ла оҙаттылар...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: