Геройҙар дәүере
6 Октября 2022, 14:30

Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды

Белорет районы ветерандар советы рәйесе Николай Платонов уҡыусылар менән төрлө темаға һөйләшеү ҙә ойошторған.

Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылдыЯрҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды
Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды

Белорет компьютер мәктәбе уҡыусылары урындағы Ветерандар советына (Белорет ҡалаһы, Косоротов урамы, 8) мобилизацияланған ир-егеттәр өсөн посылкалар һәм хаттар алып килгән.

Педагогик коллектив, уҡыусылар һәм ата-әсәләр комитеты 500-ҙән ашыу кәрәк-яраҡ тупланмаһы, шулай уҡ һалдаттарға хаттар тапшырған. “Пиоро” йәмғиәте өс йөҙгә яҡын әйбер килтергән.

Посылкаларҙы тапшырғандан һуң Белорет районы ветерандар советы рәйесе Николай Платонов уҡыусылар менән төрлө темаға һөйләшеү ойошторған. Улар тормош, рухи яҡтан берләшеү тураһында әңгәмәләшкән. Төп тема илһөйәрлек тураһында булған. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биргән.

Акция дауам итә, әле белореттар меңгә яҡын әйбер һәм тупланма килтергән, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларынан, предприятиеларҙан, айырым кешеләрҙән 141 мең һумдан ашыу аҡса йыйған.

Белоретта ярҙам йыйыу буйынса бер нисә пункт ойошторолған.

Фото: vk.com/beloradm.

Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды
Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды
Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды
Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды
Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды
Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды
Ярҙам акцияһына уҡыусылар ҙа ҡушылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас