

Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы «Йөрәк йылыһы» акцияһына старт бирҙе. Ул октябрь аҙағына тиклем дауам итә.
Акцияла ҡатнашашыусылар һаны артҡандан-арта бара, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының офисына хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәәргә гуманитар ярҙам республиканың төрлө төбәктәренән килтерелә.
«Акцияға район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ғына түгел, бюджет учреждениелары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡушылды, айырыуса балалар баҡсаларын билдәләп үтке килә. Ватанды һаҡлаусылар өсөн йылы әйберҙәрҙән тыш, беҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары балалары өсөн кәнсә тауарҙарын да йыйҙыҡ», - тип белдерҙе Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Тәтешле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфиә Шәйнурова.
Акцияла ҡатнашам тиһәгеҙ, әйберҙәрҙе Өфөләге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының офисына (Революцион урам, 43) илтеп тапшыра алаһығыҙ. Ноябрь башында Донецк һәм Луганск республикаларына махсус ылау юлланасаҡ, ошо әйберҙәрҙе лә алып китәсәктәр.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.