Геройҙар дәүере
7 Октябрь 2022, 16:00

Ауыл фермеры ла ситтә ҡалманы

Тыуған төйәге өсөн янып йәшәгән, ауылдаштарын сәләмәт тормошҡа әйҙәгән Фәрит Күскилдин ил һағына баҫырға юлланды.  

Ауыл фермеры ла ситтә ҡалманыАуыл фермеры ла ситтә ҡалманы
Ауыл фермеры ла ситтә ҡалманы

Хәйбулла районы Яңы Украинка ауылы фермеры Фәрит Йомабай улы Күскилдинде яҡташтары яҡшы белә. Халыҡты яҡшы­лыҡ­ҡа, яҡты­лыҡҡа, сәләмәт тор­мошҡа әйҙәгән лидерҙарҙың береһе, Таналыҡ ауыл Советы депутаты ине ул.

Ине тибеҙ, сөнки Фәрит Йомабай улы илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, ситтә ҡала алмай, ошо көндәрҙә үҙ теләге менән ил һағына баҫырға юлланды. 

Шәхси эшҡыуар йыл да ауылдаштары өсөн Сибай, Өфө артистарын саҡырып, бушлай ҙур концерт ҡуйҙыра. Бының өсөн ауыл клубы эргәһендәге урамға сәхнә эшләнгән, эскәмйәләр ҡуйылған. Шулай уҡ уның башланғысы менән ауылдаштары бер нисә йыл элек "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ла ҡатнашты.

Маҡсатлы, ауылы өсөн йән атып торған эшҡыуарға тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас