

Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов Ҡазан ҡалаһына барып, мобилизацияға эләккән ир-атттар янында булып ҡайтҡан.
– Ҡазанда яҡташтарым хәрби әҙерлек үтә, – тип яҙған “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә Вилдан Ситдиҡов. – Яугирҙәр менән аралаштым, уларҙың нисек урынлашҡандарын тикшерҙем, туҡланыуҙың ҡайһылай ойошторолғанын һораштым, ҡыҫҡаһы, барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Шулай уҡ яҡындарының ҡайнар сәләмен еткерҙем, посылкалар тапшырҙым.
Вилдан Ситдиҡов һөйләүенсә, Нуриман районы егеттәренең һәммәһе лә туғандары һәм ғаиләләре тураһында борсола. Уларҙың береһе лә ярҙамдан ситтә ҡалмаясаҡ, һәр саҡ бәйләнеш тотоласаҡ.
Вилдан Ситдиҡов яҡташтары менән ғорурланыуына баҫым яһаған, барыһының да иҫән-һау йәһәтерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләгән.
Фото: Вилдан Ситдиҡов.