Геройҙар дәүере
7 Октябрь 2022, 10:00

Беҙҙекеләр бит улар!

Доставалов исемендәге батальон егеттәре сираттағы тапҡыр батырлыҡ күрһәткән

Беҙҙекеләр бит улар!Беҙҙекеләр бит улар!
Беҙҙекеләр бит улар!

Уҙған төндә Доставалов исемендәге Башҡортостан батальоны яугирҙәре дошмандың көсөн еңде һәм төп мөһим бейеклеккә күтәрелде. Был турала ғәскәр подразделениеһының рәсми телеграм-каналы хәбәр итә.

Ябай булмаған алыштарҙа батальондың 5-се ротаһы шәхси составы ҡатнашты, тип билдәләнә. Дошмандың дроны һөжүм итергә маташыуына ҡарамаҫтан, ул пехотаның хәрби машинаһын шартлата, “Сенеж” хәрби ҡушаматлы командирҙары етәкселегендә “доставаловсылар” броня төркөмө һәм артиллерия ярҙамында атыу ҡоралы һәм миномет батареяһы менән башҡарылған бөтә һөжүмдәрҙе сағылдырыуға өлгәшәләр.

“Дошман ҙур юғалтыуҙар кисерҙе һәм сигенде. Бөтә шәхси состав ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте. Эшләгеҙ, туғандар!” – тип яҙҙылар батальондың ТГ-каналында.

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас