

Белорет район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың янына Ҡазанға барып ҡайтты. Ул унда алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Белореттан мобилизацияланған егеттәр ҙур хәрби мейесле палаткаларҙа йәшәй. Йылы, ҡоро. Бөтәһе лә яңы: ике ҡатлы карауаттар, матрастар, мендәрҙәр. Йөрөтөргә уңайлы газ мейестәре бар, ризыҡ һәм сәй – сикләнмәгән күләмдә.
Һәр кемдең карауат аҫтында ҡоро ризыҡтар, консервалар һалынған ҡумталар. Уларҙы асып күрһәтеп, печенье һәм кәнфит ебәрмәүҙәрен һоранылар, “ашап өлгөрмәйбеҙ, Белоретҡа ебәрә алабыҙ” тиҙәр.
Часть буйлап ирекле йөрөйҙәр, биләмәлә мунса бар, тағы ла төҙөлә.
Етәкселек яҡшы мөнәсәбәт булдырған, үҙ-ара ла татыуҙар. Һәйбәт һәм мул ашаталар, шуға ла әсәйҙәренең һәм ҡатындарының борсолмауҙарын һорайҙар.
Кейемдәрен, яңы йоҡо тоҡтарын, йылы курткаларын, эске кейемдәрен, аяҡ кейемдәрен күрһәттеләр. Һәр береһенең өс-дүрт аяҡ кейеме бар, шуға ла зарланыусы юҡ.
Саҡырылған дүрт кешенең хәле буйынса һорауҙар бар, һәр береһен шәхсән хәл итәбеҙ.
Әлбиттә, бөтәһе лә беҙгә һәм посылкаларға ҡыуанды. Машинаны бушатырға ярҙамлаштылар. Посылканы һәр береһенә тапшырҙыҡ. Туғандары һорағанса, телефондарҙы, открыткаларҙы шәхсән ҡулдарына бирҙек. “Рәмил апанан” гитараны һәм ҡурайҙы тапшырҙыҡ. Оло ағай уны хакимиәткә алып килде һәм яугирҙәргә тапшырырға ҡушты.
Егеттәрҙең күңеле көр, балаларҙан килгән хаттарға һәм һүрәттәргә ҡыуаналар, шунда уҡ уларҙы бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтылар. Уларҙы талисман-бетеү кеүек һаҡлаясаҡбыҙ, тинеләр. Яуап итеп үҙҙәре лә посылка әҙерләгән һәм уларҙы балалар йортона һәм Белорет уҡыусыларына тапшырыуыбыҙҙы үтенделәр.
Белоретҡа ла егеттәрҙән бер машина әйберҙәр алып ҡайттыҡ, уларҙы туғандарына биреүҙәрен һоранылар. Әйберҙәрен, документтарын, банк карталарын, смартфондарын ебәрҙеләр. Барлыҡ туғандарына район хакимиәтендәге “ҡыҙыу линия” аша шылтыратып, шәхсән ҡулдарына тапшырасаҡтар.
Әйткәндәй, минең менән хакимиәт хеҙмәткәрҙәре лә барҙы, посылкаларҙы таратыуҙа ярҙамлашты һәм яҡташтар менән аралашты. Шуға ла кемдең туғандары буйынса һорауҙары бар “ҡыҙыу линия”ға – +7 (34792) 3-41-59. +7 (905) 004-65-13 (WhatsApp) ошо телефондар буйынса шылтыратығыҙ, Марина Константиновна Савельева бөтәһе тураһында ла һөйләйәсәк, сәләмдәрен еткерәсәк.
Ҡазанға Белореттан тағы ла посылкалар менән машина барасаҡ. Беҙ егеттәр һораған әйберҙәрҙе һатып алып барасаҡбыҙ. Әҙерлек башланғас, был хаҡта хәбәр итербеҙ, теләгәндәр – ҡушыла аласаҡ. Төп кәрәкле әйберҙәр – ямғырҙан һаҡланыу кейеме, яҡтыртҡыстар, батарейкалар, хобылар, ойошбаштар, эске кейемдәр.
Бөтәһенән дә борсолмауҙарын һорайҙар һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдәрәләр, – тип яҙҙы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: vk.com/ivaniutaandrei