Геройҙар дәүере
8 Октябрь 2022, 08:00

Шайморатов исемендәге штабҡа йыш шылтыраталар

Ярҙам һораған кеше менән бәйләнешкә инеү ирекмәндәр штабының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.

Шайморатов исемендәге штабҡа йыш шылтыраталарШайморатов исемендәге штабҡа йыш шылтыраталар
Шайморатов исемендәге штабҡа йыш шылтыраталар

“Беҙҙең операторҙар был кешеләргә шылтырата һәм уларҙың нимәгә мохтаж булыуын асыҡлай. 26 сентябрҙән алып колл-үҙәккә 464 шылтырытыу булды. Ярҙам төрлөсә күрһәтелә. Операторҙар йылы һүҙ әйтә, белгестәр юридик консультация бирә ала, психологтар рухи яҡтан терәк-таяныс булырға тырыша. Беҙҙең шайморатовсылар йорт эштәрендә йәки хужалыҡ буйынса ла ярҙам итә, аҙыҡ-түлек һәм дарыу килтерә, балалар менән ултырып тора, уларҙы мәктәптән барып ала”, – тип һөйләй “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе нигеҙендәге М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы үҙ эшен 26 сентябрҙә башлағайны. Ул махсус хәрби операцияла ирекле рәүештә йәки мобилизацияланып ҡатнашҡан граждандарҙың туған-тыумасаһына һәм ғаиләләренә социаль, психологик йәки бүтән төрлө ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.

Бөтәһе республикала М. Шайморатов исемендәге 64 ирекмәнлек штабы эшләй, шуларҙың 63-ө – “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында.

Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең 8 800 201 89 03 телефоны буйынса мөрөжәғәт итергә мөмкин, ул 9.00 сәғәттән алып 18.00 сәғәткә тиклем эшләй.

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас