

Башҡортостан Башлығы хәрби комиссариаттарҙың һәм муниципалитеттарҙың өлөшләтә мобилизациялау буйынса тейешле кимәлдә эшләүен, резервистарҙың мәсьәләләрен оператив хәл итеүҙәрен билдәләне.
“Бөтә муниципалитеттарҙың да тип әйтерлек етәкселәре хәрби әҙерлек урындарында булып ҡайтты, беҙҙең егеттәр өсөн кейем-һалым һәм аҙыҡ алып барҙы”, – тине Радий Фәрит улы. – “Хәҙер мобилизацияланған һалдат һәм офицерҙарҙы бөтә кәрәк нәмә – кейем-һалымдан алып медицина аптечкаларына тиклем әйберҙәр менән тәьмин итеүгә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк, уларҙың махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә кәрәк булыуы ихтимал”.
Кәңәшмәлә иҫкә төшөрөүҙәренсә, барлыҡ муниципалитеттарҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. Уны яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн булдырғандар. Штабҡа 8-800-201-89-03 телефоны буйынса 9:00 сәғәттән алып 18:00 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Төбәк етәксеһе Ғаилә, хеҙмәт, һәм халыҡты оциаль яҡлау министрлығына мобилизацияланғандар ғаиләләренә социаль һәм матди ярҙам буйынса тәү сираттағы саралар планын төҙөргә ҡушты.
“Киләһе аҙнала, 11 октябрҙа, беҙ мөһим дәүләт байрамын – Республика көнөн билдәләйбеҙ. Беҙҙең яугирҙәргә рухи таяныс булырға, Тыуған илдең уларҙың көсөнә, ҡаһарманлығына ышаныуын һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтә икәнен хәтерҙәренә төшөрөргә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru.