

Башҡортостан егеттәре ҡыйыу. Украинала барған махсус хәрби операцияла ла улар батырлығы менән айырылып тора. Ошондай осраҡтарҙың береһе тураһында социаль селтәрендәге сәхифәһендә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко һөйләне.
Һүҙ яҡташы, кесе сержант Илшат Вахитов тураһында. Егет дошмандың уты аҫтында тулы автомобилде хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан. Ошо сәбәпле подразделениебыҙ хәрби припастар менән тәьмин ителгән һәм хәрби бурыстарын үтәүен дауам иткән.
“Фиҙакәрлеге һәм шәхси оҫталығы, Ватанды һаҡлау буйынса хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән отличие өсөн Батырлыҡ ордены менән наградланған, Жуков ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителгән. Афарин, Илшат! Ғорурланабыҙ һинең менән”, – тип яҙа Зөһрә Гордиенко.
Ысынлап та, яҡташыбыҙ менән ғорурланырлыҡ шул! Барығыҙға ла уңыштар теләйбеҙ һәм еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ!
Фото: "Бәйләнештә".