

Ҡыйғы район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, Свердловск өлкәһендә Ҡыйғы егете Венер менән Айгөл никахтарын теркәгән. Йәштәр мобилизацияға тиклем загсҡа инеп өлгөрмәгән булған.
Автор белдереүенсә, 26 сентябрҙә, мобилизацияға китер алдынан, Ҡыйғы районында 12 пар никахтарын теркәгән.
Шулай уҡ Стәрлетамаҡтан Пензала хәрби әҙерлек үткән Илья һәм уның кәләше Татьяна никахтарын законлаштырған. Ошо хаҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов хәбәр итте.
– Беҙ Пензала булғанда Илья никахтарын теркәүҙе ойоштороуҙа ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Беҙ уны тиҙ генә ойошторорға тырыштыҡ, хатта кейәү кеше үҙе лә аптыраны. Кәләште алып килеүҙе лә ойошторҙоҡ. Шулай итеп, Стәрлетамаҡта тағы ла бер ғаилә барлыҡҡа килде, – тип яҙған социаль селтәрҙә хакимиәт башлығы.
Ниндәй заманда ғына йәшәһәк тә, тормош дауам итә, ә был йәштәрҙең иһә рух көсө һоҡланыу тыуҙыра.
Йәштәрҙе никахтары менән ҡотлайбыҙ! Бәхет теләйбеҙ!
Фото: vk.com, Телеграм.