Геройҙар дәүере
9 Октябрь 2022, 06:00

“Ғүмер буйына онотмаясаҡмын...”

"Уңышлы үткәргән операцияғыҙ һәм тәьҫирле дауаларығыҙ өсөн һаман да рәхмәт әйтеп бөтөрә алмайым..."

“Ғүмер буйына онотмаясаҡмын...”“Ғүмер буйына онотмаясаҡмын...”
“Ғүмер буйына онотмаясаҡмын...”

Пациенттары уның хаҡында ниндәй генә маҡтау, һоҡланыу һүҙҙәре әйтмәй: “алтын ҡуллы хирург”, “һәләте Хоҙай Тәғәләнән”, “уның ҡулынан килмәгән эше юҡ”...

Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының урология бүлексәһе мөдире, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Алексей Михайлович Пушкарев мөрәжәғәт иткән һәр пациенттың тәрән хөрмәтен һәм ихтирамын яулаған шәхес. Бына ул 26 йыл инде кешеләрҙе оҫта ҡулдары менән генә түгел, хәстәрлеге, кешелекле мөнәсәбәте менән дауалай. Табиптар ғаиләһендә тыуып үҫкән, халыҡ һаулығы һағында торған хеҙмәт династияһының бер вәкиле булған хирургтың бәләкәйҙән табип булыу хыялы ғәжәп тә түгелдер.

Ковид менән ауырығандан һуң ул шунда уҡ эшенә кире тотона. Әйтеүҙәренсә, тап ул пандемияның тәүге тулҡынында беренсе ике аҙналыҡ сменала клиникала ойошторолған йоғошло ауырыуҙар госпиталендә эш башлай, коронавирус таралыуын булдырмау өсөн“ҡыҙыл зона”лағы табиптарҙың эшен яйға һала.

“Хөрмәтле Алексей Михайлович! Һеҙ яһаған операциянан һуң йыл үтеп тә китте. Уңышлы үткәргән операцияғыҙ һәм тәьҫирле дауаларығыҙ өсөн һаман да рәхмәт әйтеп бөтөрә алмайым. Һеҙҙең белемегеҙгә, профессияғыҙға ҡарата һөйөүегеҙгә, кешеләргә булған ихласлығығыҙға һоҡланам! Һеҙҙең кеүек таланттар алдында бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ, нимәгә тотонаһығыҙ – барыһын да булдыраһығыҙ. Бүлексәлә эшләгән бөтә хирургтарға ҙур рәхмәт! Һеҙ ысын ир-егеттәр!” – тип яҙған пациенттарҙың береһе.

Фото: ufa.bezformata. com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас