

Бөгөн бөтөн илдә Ватан яугирҙәренең бөйөк батырлыҡтары иҫтәлеген мәңгеләштереү традицияһы тергеҙелә. Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡан ҡойошло яуҙары урынында халыҡ аҡсаһына Ржев мемориалы төҙөләсәк. Донбассты нацизмдан азат итеүгә арналған тергеҙелгән “Саур-Могила” мемориаль комплексы асылды.
11 октябрҙә Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла. Сара Республика көнөнә ҡарата үткәреләсәк. Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыу идеяһы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул Башҡортостанда башҡорт халҡының еңеүһеҙ рухын, яугир рухын кәүҙәләндереүсе легендар комдив хөрмәтенә мемориаль комплекс барлыҡҡа килергә тейеш тигән фекерҙе әйтте һәм тормошҡа ашырҙы.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисы Герой һәйкәленең авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков менән әңгәмәләшкән. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
– Салауат Александрович, әле Совет майҙанында һәйкәлде монтажлау бара, күренеүенсә, ул бик күп планлы. Легендар комдивтың ғына түгел, Башҡортостандың бөтә яугирҙәренә лә хәрби дан мемориалына һалынған идея хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Һеҙ хаҡлы, идея бер үк образға бер нисә тарихты, кешеләрҙе, ваҡиғаларҙы, дәүерҙәрҙе берләштерә. Беренсенән, был бер кешенең ҙур тарихы – Миңлеғәле Шайморатовтың тарихы. Уның шәхесен, рухын аңлар өсөн беҙ уның тыуған төйәгендә – Ҡырмыҫҡалы районында булдыҡ, уның менән бәйле бик күп материалдарҙы өйрәндек. Шулай уҡ, уйыбыҙса, һәйкәл башҡорт халҡының еңелмәҫ рухын, яугирҙе символлаштырырға тейеш, һәм беҙ кавалерия, Бөйөк Ватан һуғышы һәм бынан алдағы дәүерҙәрҙең тарихына сумдыҡ. Беҙ тарихи ваҡиғаларҙы – 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында Парижға ингән башҡорт атлыларын хәтергә төшөрҙөк. Һәм әлбиттә, беҙҙә башҡорт эпосы һәм тарихы геройҙары - Урал батыр, Салауат Юлаев, боронғо башҡорт йолалары, халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғеле бар. Тамырҙар, күсмә халыҡтар, халыҡ ҡиммәттәре, хәрби батырлыҡ кеүек ҙур тематикаһы барлыҡҡа килде. Был скульптура тематикаһында ла сағылыш тапты, унда боронғо осорҙан алып 21 быуатҡа тиклемге төрлө дәүерҙәр сағылдырылған.
Икенсенән, был архитектура объекты, шуға күрә уның ҡалала нисек күренеүе мөһим. Ошо урындың мәғәнәһен, масштабын аңларға кәрәк ине. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Рәсәй Геройы Шайморатов һәйкәленең идеяһын оҙаҡ ваҡыт уйлап йөрөгән – уның фекерҙәре һәм ҡаланы аңлап күҙ алдына килтереү беҙгә ныҡ ярҙам итте, колоннада идеяһы ла шулай килеп тыуҙы. Бер үк ваҡытта архитектура эше барҙы. Беҙ ҡайҙа ниндәй биҙәктәр, ниндәй ҡалҡандар файҙаланылғанын белгән тарихсылар, этнографтар менән ентекле һөйләштек. Архитектор Константин Александрович Донгузов та ҡушылды. Ул ҡаланы шәп белә һәм классиканы бик яҡшы аңлай. Скульптура һәм техник яҡтан да ҡеүәтле коллектив барлыҡҡа килде. Барыһы ла тура килде. Бында барыһы ла бар – классика ла, совет осоро ла, башҡорт холоҡ-фиғеле лә. Оло симфония эшләнек, хәҙер аҙағынаса еткерәбеҙ. Дөйөм алғанда һәйкәлдең мәғәнәһе – батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, изгелек, йолалар, тамырҙар, ейәндәр, олатайҙар, ата-бабалар...
– Һеҙ һәр ваҡыт ошондай тарихи материалға сумып эшләйһегеҙме?
– Эйе, беҙ һәр ваҡыт шулай эшләйбеҙ. Әгәр рәссамдың картинаһы – ул уның шәхси теләге икән, беҙ, скульпторҙар, халыҡта булған идеялар менән эшләйбеҙ. Беҙ һөнәри, юғары кимәлдә башҡарыу өсөн ҡушылабыҙ ғына. Беҙ өйрәнәбеҙ, тәрәнгә сумабыҙ, уйлап сығармайбыҙ, сөнки идея беҙгә тиклем үк булған.
– Һәйкәлдең параметрҙары ниндәй?
– Был бик ҙур комплекс, архитектура ансамбле. Төҙөлөш нөктәһенең киңлеге яҡынса 80 метрға 45 метр, дөйөм бейеклеге 15 метр. Һыбайлы ике натуранан күберәк, рельефтары төрлө масштабтарҙа. Был бик ҙур комплекс.
Һәйкәлдең бейеклеге классик ҙурлыҡтан, Европала, Мәскәүҙә, Петербургта урынлашҡан ғәҙәти атлы һәйкәлдәрҙән саҡ ҡына юғарыраҡ, ҙурыраҡ. Һыбайлы буйынса ҡараһың, уның ҙурлығы Европала иң ҙурҙарҙан һаналған Салауат Юлаевҡа яҡынлаша (Чехияла Ян Жижка, Монголияла Сыңғыҙхан бар).
– Һәйкәл ниндәй материалдан һәм ҡайҙа ҡойолған?
– Үҙебеҙҙең тыуған Мансур башҡорт гранитынан. Бөтә материалдар тәбиғи – гранит, бронза, мәрмәр. Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең өс ҡойоу предприятиеһында ҡойолған, ғәҙәттә, берәүһендә генә эшләнә. Әммә бында ҡыҫҡа ваҡыт һәм күләм ҙур ине. Бөтә ансамблдә 40 тоннанан ашыу бронза.
– Һәйкәлде Өфөгә нисек алып килделәр?
– Автомобиль транспорты менән алып ҡайттыҡ. Тәүҙә Салауат Юлаев һәйкәле кеүек, һыу өҫтөнән – баржаларҙа күсерергә уйлағайныҡ, унда бейеклек тулыһынса үтә. Әммә йылға буйлап ағыу оҙағыраҡ һәм ныҡ ҡиммәтерәк булып сыҡты, шуға күрә заманса автомобиль транспорты менән алып ҡайттылар. Юлда өлөштәр менән алып барырға тура килде, сөнки күпер аҫтына һыйманы. Алып ҡайтҡас, йыйырға тура килде.
– Эш барышында проектта ниндәйҙер үҙгәрештәр булдымы? Мәҫәлән, монтажлаған һәйкәл янынан үтеп барышлай унда башҡорт һәм рус телдәрендә ”Ватан өсөн һуғышта һәләк булғандарға бағышлана” тигән яҙыу барлыҡҡа килгәненә иғтибар иттем.
– Проектты әҙерләү барышында күп үҙгәрештәр индерелде. Яҙмаға килгәндә, Башҡортостан етәкселеге уны Шайморатовҡа ғына түгел, уға, башҡорт халҡының һәм ғәскәрҙең вәкиле булараҡ, һәйкәл тип ҡарар итте. “Ватан өсөн һуғышта һәләк булғандарға бағышлана” – Шайморатовҡа ла, уның кеүек үк, уның артынан барыусыларға ла.
– Эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Минең ҡәнәғәт булыу-булмауым – был ваҡ-төйәк. Был эш – ҙур профессиональ карап, бульдозер тип әйтергә була. Әлбиттә, бөтәбеҙ ҙә һөҙөмтәгә килдек, бөтәбеҙ ҙә намыҫлы, тырышып, тығыҙ, профессиональ кимәлдә эшләнек. Беҙ нисек дөрөҫ тип иҫәпләнек, шулай эшләнек, ә артабан – халыҡ хөкөм итергә тейеш.
– Өфөләрҙең һәйкәлде нисек ҡабул итеүе һеҙҙең өсөн мөһимме?
– Бик мөһим, әлбиттә! Баһаларҙар тип ышанабыҙ, беҙ бит уны бергә эшләнек.
– Ошо ҙур идеяны тормошҡа ашырыу өҫтөндә ҙур коллектив эшләне, тинегеҙ. Был яҡынса нисә кеше?
– Коллектив бер нисә тиҫтә менән иҫәпләнә, ул художество ҡеүәттәре лә, техник та, ҡойоу ҙа, гранит төҙөүселәр ҙә. Беҙҙә ҡатмарлы, күләмле, күп ҡатлы бурыстарҙы башҡара алырлыҡ яйға һалынған коллектив бар.
– Һеҙ үҙенсәлекле яҙмышлы кеше, атай яғынан башҡорт. Был эштән һуң үҙегеҙҙе халҡығыҙға, тамырҙарығыҙға яҡыныраҡ итеп хис иттегеҙме?
– Мин үҙемдең сығышымды бала саҡтан белә инем, әммә хәҙер Башҡортостанды тәрәнерәк белдем. Атайым һуғыштан һуң бында булманы тиерлек, килер кешеләре юҡ ине. Фажиғәле осорҙар, тарих, һуғыш булды. Иң мөһиме тыуғандан алып белә инем, әммә Башҡортостанды үҙем өсөн олоғайғас ҡына ныҡлап астым. Атайым бәхетле булыр ине, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул иҫән түгел...
– Артабан Башҡортостан өсөн тағы ла нимәлер эшләрһегеҙме?
– Әгәр килеп сыҡһа, бәхетле булыр инек, әлбиттә. Ниндәйҙер уй-фекерҙәр, башланғыстар бар, беҙ ошо йүнәлештә эшләйбеҙ.
– Ҙур рәхмәт, Салауат Александрович!