

Баймаҡ районының бөтәһе 160 ир-егеттәре өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле Ҡазан ҡалаһында булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Ҡазанға барып, мобилизацияланған яҡташтары менән осрашты. Был аҙнала уның урынбаҫары, райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Азат Шәрипов баймаҡтарға бер "ГАЗель" төрлө-кәрәк яраҡтар тейәп, яҡындарының һәм туғандарының ҡайнар сәләмдәрен алып барҙы.
- Район буйынса аҙна һайын яҡташтар өсөн гуманитар ярҙам йыябыҙ. Һәр ауыл биләмәһе үҙҙәре әҙерләп, район үҙәгенә алып килә. Шулай уҡ район хакимиәтенән дә егеттәр һораған ярҙам әҙерләнек. Үткән юлы Фәнис Ғәбдрәшит улы дождевиктар, резина итектәр, плащ-палаткалар алып барһа, был юлы уларҙың һораған әйберҙәрен, шулай уҡ резина итектәр, башҡа кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек, ғаиләләренең күстәнәстәрен илттек. Егеттәр менән күрешеп, уларҙың һорауҙарын яҙып алдыҡ. Мәҫәлән, кемдеңдер суд приставтары банк картаһын арестҡа алған, икенсеһенең ҡатыны ер бүлемен иҫәпкә ҡуя алмай һәм башҡа һорауҙар күп, - ти Азат Булат улы.
Райондың һәр береһе нисек тә яугирҙәргә ярҙам итергә тырыша: ағинәйҙәр йылы ойоҡбаштар бәйләһә, уҡыусылар яугир атай-ағайҙарына күңел йылыһы биргән хаттар яҙа, ауылдарҙа ҡорбандар салына, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙары өсөн аяттар бағышлана, кәрәкле әйберҙәр йыйыла. Тик ир-егеттәр генә иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын, йорт-ил тыныс булһын, ти барыһы ла.
Фото: Азат Шәрипов.