

Республиканың һәр район һәм ҡала башлыҡтары өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәткә саҡырылған яҡташтары янына бара, уларға кәрәк-яраҡ илтә, тыуған яғының, туғандарының, ғаиләләренең ҡайнар сәләмдәрен еткерә.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ошоға бәйле яҙма ҡуйған.
"Аллаға шөкөр, бөгөн Һарытауҙағы егеттәребеҙ янында булдыҡ! Тыуған ерҙәренән, яҡындарынан һәм райондаштарынан уларға сәләмдәр алып килдек.
Егеттәр менән һөйләшеп, хәлдәрен белештем. Һөйләшкәнсә һәр егеткә туғандарының сәләмдәрен һәм күстәнәстәрен еткерҙек.
Кәйефтәре лә шәп, күтәренке. Барлыҡ райондаштарға күп сәләмдәрен еткерҙеләр!
Егеттәр, уңыштар һәм һаулыҡ һеҙгә. Беҙ һеҙҙе тыуған ерҙә көтөп ҡалабыҙ, - тип яҙған район етәксеһе.
Сығанаҡ: Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.