

Хәйбулла районының Иләс ауылы халҡы өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең иҫән-имен ҡайтыуына, һуғыштың тиҙерәк тамамланыуына арнап аҡ ҡорбан салды.
Ҡорбандың бер өлөшө Мәүлит байрамында ашатылһа, ҡалған өлөшөнән мобилизация буйынса хеҙмәткә алынған һалдатар өсөн тушенка әҙерләргә ҡарар иткән ауыл халҡы.
Ошо көндәрҙә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары мобилизация буйынса хеҙмәткә алынған Хәйбулла ир-егеттәре өсөн 121 банка тушенка әҙерләне. Тушенка әҙерләүҙе ойоштороусы Рәзифә Күсәковаға, Земфира Шәриповаға, ярҙам итеүсе Хәсилә Аллабирҙина, Вилә Рәхмәтова, Ризида Рәхмәтова, Рәхимә Шәрипова, Миңһылыу Ғүмәрова, Зилә Шәрипова, Роза Ғәббәсоваларға оло рәхмәт еткерә район халҡы.
Фото: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы