

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы булдырылды. Уның эшмәкәрлеге тураһында бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һөйләне.
Уның белдереүенсә, үткән аҙнала штаб 952 шылтыратыу ҡабул иткән.
– Иң йыш бирелгән һорауҙар араһында – битараф булмаған халыҡтан гуманитар ярҙам күрһәтеү башланғысы, шулай уҡ посылкаларҙы әҙерләү һәм тапшырыу тәртибе. Бынан тыш, өлөшләтә мобилизациялау һәм аҙыҡ-түлек илтеп биреү мәсьәләләре бар. Килгән һорауҙарҙың йомғаҡтары буйынса үтәү өсөн 389 ғариза яҙылған, 371 ғариза үтәлгән, 18-е – эштә, – тине Руслан Насретдинов.
Етәксе белдереүенсә, ирекмән ярҙамы күрһәтеү буйынса алдынғы урындарҙы Өфө, Нефтекама ҡалалары, Өфө һәм Иглин райондары биләй.
Өфө янындағы Искин ауылына мобилизацияланған ирҙең хәләл ефетенә утын әҙерләүҙә ярҙам күрһәтелгән, Нефтекамала ғаиләһенә аҙыҡ-түлек килтерелгән, Приютта яугирҙең әсәһенә сүп-сар йыйыуҙа ярҙамлашҡандар, Ҡырмыҫҡалыла фермер бесән ташыған, ирекмәндәр уны бушатҡан. Бындай миҫалдар байтаҡ, тип билдәләне Руслан Насретдинов.
– Халыҡ штабтың булыуын һәм эшләүен белгәс, мөрәжәғәттәрҙең һаны артыр, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".