Геройҙар дәүере
11 Октябрь 2022, 08:30

"Беҙ - уның яҡташтары!"

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров Шайморатовҡа һәйкәл асылыуын ҙур ваҡиға тине. 

"Беҙ - уның яҡташтары!""Беҙ - уның яҡташтары!"
"Беҙ - уның яҡташтары!"

Бөгөн Башҡортостан үҙенең мөһим дәүләт байрамын – Республика көнөн билдәләй. Планлаштырылған сараларҙың тантаналы өлөшө ҡыҫҡартылһа ла, республика өсөн мөһимдәре үтә. Шуларҙың береһе – Рәсәй Геройы, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу. Был сарала геройҙың яҡташтары ла ҡатнаша. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ошо иҫтәлекле ваҡиғаға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

– Беҙҙең ҡырмыҫҡалылар өсөн бөйөк генералыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов - данлы яҡташ та. Был - беҙҙең өсөн бик ҙур шатлыҡ, оҙаҡ көткән ваҡиға. Районыбыҙҙың Шайморатов ауылында уға арналған күркәм һәйкәл бар, уны асыу ҙур шатлыҡ булғайны. Бында иһә бөгөн тағы ла ҙурыраҡ һәйкәл асылды. Ул яҡташыбыҙға ғына түгел, дивизияның, еңеп ҡайтҡан, бөйөк еңеүгә өлөшөн индергән һәр кемгә арнала. Уларға булған ҙур хөрмәт билдәһе, – тине ул.

Фото: haibvestnik.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас