Геройҙар дәүере
11 Октябрь 2022, 07:40

Бергә булһаҡ, беҙ көслө!

Андрей Назаров республика халҡын байрам менән ҡотланы. 

Бергә булһаҡ, беҙ көслө!Бергә булһаҡ, беҙ көслө!
Бергә булһаҡ, беҙ көслө!

Башҡортостан халҡын Республика көнө менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне.

“Дуҫтар, һәммәбеҙҙе лә Башҡортостандың төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ҡотлайым! Ул төбәктең яңы тарихын иҫәпләүҙең башланыуы менән тығыҙ бәйләнгән.

Башҡорт халҡы һәр саҡ ҡыйыу рәүештә алғы һыҙыҡҡа – Ватаныбыҙға дошман һөжүмен кире ҡағырға барған. Болалы ваҡытта яугирҙәребеҙ Минин һәм Пожарский ополчениеһы составында поляк интервенттарын тар-мар итә. 1812 йылғы Ватан һуғышы йылдарында “Төньяҡ амурҙары” француздарға Кремлде шартлатырға ирек бирмәй. Республикабыҙ XX быуат башындағы күләмле ижтимағи-сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда ла берҙәм Рәсәй дәүләтселеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе; тап шул ваҡытта, 1919 йылда, Башҡортостан яңы совет дәүләтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Һәм, әлбиттә, Башҡортостан халҡы Ватаныбыҙ тарихындағы иң ҡурҡыныс һуғыш ваҡытында фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә һәм 1945 йылда Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе.

Бөгөн Рәсәй йәнә ҡатмарлы осор кисерә, ә республикабыҙ - быуаттар элек кеүек үк, ил һаҡсылары авангардында. Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондар, “БАРС” ирекле отрядтары, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре частары һәм берләшмәләре составындағы яҡташтарыбыҙ һәр рәсәйленең тыныс һәм ирекле тормошҡа хоҡуғын яҡлай.

Беҙҙең армияның рәттәренә яңынан-яңы ҡаһарман яугирҙәр баҫа. Улар өсөн Ватан буш һүҙ түгел, әгәр тура килһә, улар уның өсөн ғүмерен йәлләмәй. Беҙ улар менән хаҡлы ғорурланабыҙ һәм ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ. Һәм көн һайын уйҙарыбыҙ менән уларға яу яландарында уңыштар теләйбеҙ. Беҙҙең артта – ата-бабаларыбыҙҙың данлы тарихы. Ә беҙҙең барыбыҙҙа ла – илебеҙгә ғәйәт ҙур һөйөү, бөйөк илһөйәрлек тойғоһо. Бергәләп түҙербеҙ! Бергә булһаҡ, беҙ көслө!

Байрам менән!” – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас