Геройҙар дәүере
11 Октябрь 2022, 14:45

Денис Пушилин республика халҡын ҡотланы

- Донбасс менән Башҡортостанды күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй, бергәләп уртаҡ тарихыбыҙҙың бик күп сағыу биттәрен яҙҙыҡ, - тине ул. 

Денис Пушилин республика халҡын ҡотланыДенис Пушилин республика халҡын ҡотланы
Денис Пушилин республика халҡын ҡотланы

Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин бөгөн Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан халҡын дәүләт байрамы менән ҡотланы.

– Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше өсөн мөһим көндә арағыҙҙа булыуыма, бында йәшәүселәр өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уртаҡлашыуыма шатмын. Донбасс менән Башҡортостанды күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй, бергәләп уртаҡ тарихыбыҙҙың бик күп сағыу биттәрен яҙҙыҡ. Уртаҡ геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын, Донбассты азат иткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарманлығын, Миңлеғәле Шайморатовтың, бөгөн Донбассты ҡотҡарыусыларҙың һәм бөтә Рәсәй һаҡсыларының батырлығы менән ғорурланабыҙ, хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Республика халҡы башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығы тураһында яҡшы белә. Беҙ бергәләп еңеүҙе яҡынайтабыҙ, шулай уҡ уртаҡ проекттарыбыҙ бар, тыныс төҙөлөш бара. Иң ауыр йылдарҙа Башҡортостан Донбассҡа ярҙам итте. Яҡшы ваҡыттарҙа ышаныслы партнер булырбыҙ тип ышанам. Байрам менән һеҙҙе! – тине ул.

Шулай уҡ Денис Пушилин Совет майҙанында легендар генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында ла ҡатнашты, аҙаҡ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу – тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү ул. Башҡортостан халҡының һәм республика Башлығы Радий Фәрит улының комдив иҫтәлегенә ҙур иғтибары шатландыра. Уға Рәсәй Геройы исемен биреүҙең нисек булғанын беләм. Бының өсөн ил Президенты Владимир Путинға ҙур рәхмәт, – тине ул. – Һис шикһеҙ, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең, был осраҡта Донбасстың һәм Башҡортостандың да берләшеүе мөһим. Тарихыбыҙ уртаҡ. Генерал Шайморатов Донбассты азат иткәндә һәләк була, әммә Башҡорт кавалерия дивизияһы артабан китә һәм Берлинға барып етә. Бөгөн дә Донбасста һәм Башҡортостанда йәшәүселәр йәнә иңгә-иң терәп ҙур Тыуған илен – Рәсәйҙе һаҡлай.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас