Геройҙар дәүере
11 Октябрь 2022, 13:30

Республика етәксеһе әйткәнен үтәне

Был хаҡта - Луганскиҙан килгән Флүр Ҡарасурин. 

Республика етәксеһе әйткәнен үтәнеРеспублика етәксеһе әйткәнен үтәне
Республика етәксеһе әйткәнен үтәне

Өфөлә легендар генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар килде. Араларында Луганск Халыҡ Республикаһы Алчевск ҡалаһының 17-се урта мәктәбендәге С. Юлаев исемендәге эҙәрмәндәр отряды командиры Флүр Ҡарасурин да бар ине.

– Бөгөн Өфөләге Совет майҙанында һәйкәл асыу – легендар ваҡиға. Ул бик ғәҙел дә: башҡорт кавалеристары һәм Миңлеғәле Шайморатовтың хәтерен мәңгеләштереү кәрәк ине. Улар беҙҙең Донбассты фашистарҙан азат иткән. Беҙҙең С. Юлаев исемендәге эҙәрмәндәр отряды ла осраҡлы булдырылманы: 2014 йылдан алып Донбасс ерендә һәйкәлдәрҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, дивизия геройҙарының һуғышҡан урындарын эҙләп табабыҙ, хәтерҙе мәңгеләштерәбеҙ. Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт, ул Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн бик күп эшләне. Донбасста, генералдың һәләк булған урынында булды. Ҡаһарманыбыҙҙың хәтерен мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләйем, тигәйне. Һәм бөгөн был һәйкәлдең асылыуы - ошоға дәлил.

Һәләк булған урынында ла уның бюсы бар. Бөгөн Герой үҙенең тыуған ерендә тағы бер тапҡыр хәрби данын тергеҙә. Радий Фәрит улы быны тарих, Салауат тоҡомдары өсөн эшләне, – тине ул.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас