Геройҙар дәүере
11 Октября 2022, 18:45

Шайморатов нәҫеленән булыуы - оло ғорурлыҡ!

Миңлеғәле Шайморатовтың туғандары рәхмәт белдерҙе.

Шайморатов нәҫеленән булыуы - оло ғорурлыҡ!Шайморатов нәҫеленән булыуы - оло ғорурлыҡ!
Шайморатов нәҫеленән булыуы - оло ғорурлыҡ!

Өфөлә легендар генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында Геройҙың туғандары ла ҡатнашты. Араларынан Ирек Фәнир улы ла тәьҫораттары менән бүлеште.

– Ғаиләбеҙҙә генерал Шайморатовтың туғаныбыҙ икәнен һәр ваҡыт белделәр. Бының менән ғорурланып үҫтек. Әлеге еңел булмаған осорҙа, махсус хәрби операция барғанда, ошондай һәйкәл асыу бик мөһим. Миңлеғәле Шайморатов – Тыуған еренә хеҙмәт итеү, героизм өлгөһө. Бөгөн барыбыҙ ҙа ғорурлыҡ, шатлыҡ хистәре кисерәбеҙ. Оҙаҡ ваҡыт уға Герой исеме бирмәнеләр, хәҙер танынылар, Рәсәй Президенты указы менән ғәҙеллек тантана итте. Республикабыҙ етәкселегенә ҙур рәхмәт.

Был комплекс - ял итеү өсөн матур урын. Йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү йәһәтенән дә мөһим. Шатлыҡлы, ҡыуаныслы көн бөгөн. Республика халҡын байрам менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар бөтәһе лә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын тип теләйем, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас