Геройҙар дәүере
12 Октябрь 2022, 12:30

Батальондарҙан сәләм килде

Беҙҙең егеттәр госпиталдәрҙә юҡ – яраланып, контузия алғандар дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан һәм медицина ярҙамынан һуң хәрби позицияға кире ҡайтҡан... 

Батальондарҙан сәләм килдеБатальондарҙан сәләм килде
Батальондарҙан сәләм килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә беҙҙең яугирҙәргә бәйле постар һәм видеояҙмалар менән уртаҡлашты.

“Советнигым Алик Камалетдинов, дин әһелдәре отец Виктор һәм Хәмзә хәҙрәт Шайморатов исемендәге батальондан һуң Доставалов исемендәге башҡорт батальоны урынлашҡан урынға барҙы.

Башта госпиталдә булғандар. Беҙҙең егеттәр унда юҡ инде – яраланып, контузия алғандар дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан һәм медицина ярҙамынан һуң хәрби позицияға кире ҡайтҡан.

Бына шундай шундай фиҙакәр һәм батыр яугирҙәр беҙҙә.

Ғорурланабыҙ һәм сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ!”, – тип яҙҙы ул.

Икенсе пост алғы һыҙыҡта эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә бәйле.

“Был – Доставалов исемендәге батальондың медицина взводы командиры урынбаҫары. Взвод алғы һыҙыҡта эшләй, яҡташтарыбыҙҙы ғына түгел бөтә берләшмәләрҙең яралыларын дауалай. Видеояҙманы минең советнигым Алик Камалетдинов ебәрҙе.

Медиктарға һәм бөтәһенә лә яҡшы эштәре өсөн рәхмәт.

Эшләгеҙ, туғандар!" - тине ул. 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас