

“Берҙәм Рәсәй”, “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” һәм #МЫВМЕСТЕ бөтә ил буйынса мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн уртаҡ штабтар булдырасаҡ. Бында көнкүрештән алып юридик, психологик ярҙамдың бөтә төрҙәре хаҡында һүҙ бара. Булышлыҡты “берҙәм тәҙрә” форматында күрһәтеү күҙаллана – ғаиләләрҙән ҡабул ителгән ғаризалар ирекмәндәр араһында бүленә һәм уларҙың үтәлеше реаль ваҡыт режимында күҙәтелә.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары урынбаҫары Дарья Лантратова һүҙҙәренсә, беренсе көндәрҙән алып партияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре һәм Йәмәғәт ярҙамы штабтары базаһында махсус хәрби операция үткәреү зонаһына оҙатылған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам үҙәктәре эшләй башланы.
“Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренә ете меңдән ашыу ғариза килде лә инде. Халыҡ юридик булышлыҡ һорап мөрәжәғәт итә, документтар әҙерләүҙә ярҙам һорай, төрлө субсидиялар биреү тәртибе тураһында белешә. Көнкүреш характерындағы һорауҙар бар – кемгәлер балаларын түңәрәктәргә алып барырға, кемгәлер ололарҙы тәрбиәләү буйынса ярҙам кәрәк. Беҙҙең төбәк бүлексәләре башҡарма, төбәк, урындағы власть органдары менән координациялау буйынса ҙур эш башҡарҙы һәм байтаҡ аныҡ мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Бөгөн беҙгә халыҡ менән эшләү өсөн системалы ҡараш булдырырға кәрәк”, – тине партияның Генераль советы секретары урынбаҫары Дарья Лантратова.
Партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов 26 сентябрҙән, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм партияның урындағы бүлексәләре базаһында М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы үҙ эшен башланы, тип билдәләне. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешеләрҙең туғандарына, ғаиләләренә ирекмәндәр йәки мобилизацияланған граждандар сифатында социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.
“Ирекмәндәр штабының эшен йәйелдереү буйынса бөтә кәрәкле саралар уның тәүге көндәрендә бойомға ашырылды. Әлеге ваҡытта штат режимында эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 1 776 шылтыратыу ҡабул ителгән, шул иҫәптән 558-е – төбәк колл-үҙәгендә һәм 1 218-е – урындағы штабтарҙа. Улар араһында республикала йәшәгән битараф булмаған кешеләр тарафынан гуманитар ярҙам күрһәтеү башланғысы, шулай уҡ посылкалар әҙерләү, уларҙы тапшырыу тәртибе, өлөшләтә мобилизация, мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә аҙыҡ-түлек менән булышлыҡ күрһәтеүгә ғаризалар, ирекмәндәр сафына инеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр бар.
Шайморатовсылар бөтә республика буйынса адреслы функциональ ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Бынан тыш, партияның урындағы бүлексәләренең М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабтарында өлөшләтә мобилизация нигеҙендә саҡырылғандарға йәки ирекмәндәр өсөн посылкалар тапшырырға мөмкин. Әлеге ваҡытта улар төбәк башҡарма комитетына килтерелә. Ошо йомала уҡ хәрби көйләү урындарына йәки яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән хәрби частарға ебәрелерҙәр тип күҙаллана”, – тине Руслан Насретдинов.
Фото: bashkortostan.er.ru