Геройҙар дәүере
13 Октябрь 2022, 15:00

Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!

Өфө буйлап сәйәхәт иткәндәр бөгөн тәүге тапҡыр генерал Шайморатов һәйкәле урынлашҡан майҙанда туҡтаны. Уларҙың тәьҫораттары хаҡында - яҙмала.

Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!

Үткән йылдың май аҙағында баш ҡалабы буйлап ике ҡатлы экскурсия автобустары йөрөй башланы. Йыл аҙағына ҡәҙәр тарихи Өфө менән таныштырған йүнәлештә 10 меңдән ашыу турист булып киткән, улар – Рәсәйҙең 80 ҡалаһынан һәм 27 сит илдән килгән кешеләр.

Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Елена Әбделмәнова әйтеүенсә, был йылдың үткән айҙарында ғына ла туғыҙ мең ярым турист хеҙмәтләндерелгән. Баш ҡала менән аудиояҙмала түгел, ә ысын гидтар таныштырып барған сәйәхәт Өфө халҡына ла, туристарға ла ныҡ оҡшай. Коллектив заявкалар күп, республикабыҙға килгән рәсми делегацияларҙа ла ҡала үҙәге буйлап йөрөү ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Ике ҡатлы уңайлы автобусҡа ултырып Өфөнөң үҙәк өлөшөн, бай тарихи ҡомартҡылар һаҡлаған урындарын байҡап сығырға мөмкин. "Каруанһарай"ҙан башланып киткән сәйәхәт баш ҡаланың тарихи урамдарынан үтеп, артабан Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылған майҙан, “Торатау” конгресс-холы, З. Вәлиди урамы, Башҡорт дәүләт академия драма театры аша дауам итә. Туҡай урамындағы Беренсе йәмиғ мәсетенең һоҡланғыс бинаһын яҡындан ҡарап үтергә, атаҡлы яҙыусы С. Аксаковтың йорт-музейына күҙ һалырға, С. Юлаев баҡсаһы янынан үтеп, баш ҡаланың тағы бар халыҡты тартып торған урыны – Дуҫлыҡ монументына туҡталырға була.

Бөгөндән башлап иһә әлеге ҡыҙыҡлы туристик маршрут сағыу урынға байыны – ошо көндәрҙә асылған легендар Шайморатов генерал һәйкәле. Мәғрур атлы скульптура урынлашҡан майҙан хәҙер – ҡаланың иң күркәм урындарының береһе.

Бөгөнгө сәйәхәттә Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһынан мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Сая генерал, уның яуҙаштары һәм ғәрәсәтле һуғышта ҡорбан булғандар иҫтәлегенә ҡойолған һоҡланғыс һәйкәл янында туҡтау менән балалар тышҡа һибелде. Гид Екатерина Детинина данлы генерал-майор хаҡында һөйләгәндә ҡыҙыҡһынып тыңланы, һорауҙар бирҙе, ҡаһарман яҡташтарына бәйле белгәндәре менән дә уртаҡлашты уҡыусылар.

Самира Ғәйетҡолова – 6-сы класс уҡыусыһы. Ул үҙенең тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.

– Республикабыҙҙа туризмдың йылдам үҫеүенә бик шатбыҙ. Баш ҡала буйлап экскурсия ныҡ ҡыҙыҡлы. Бында береһе лә йоҡомһорап, битараф ултырмай, һәр кемгә тыуған еребеҙ тарихының бер өлөшө булған Өфөгә, уның иҫтлекле урындарына, һәйкәлдәренә ҡағылышлы бәйәндәрҙе тыңлау мауыҡтырғыс. Был сәйәхәт беҙгә туған мәҙәниәтебеҙ менән танышырға, күберәк белергә ярҙам итә, – тине ул.

Алһыу Ғәйнуллина ла Өфө буйлап сәйәхәттән ифрат ҡәнәғәт. “Әхирәтемдең һүҙҙәре менән килешәм – был экскурсия тыуған яғыбыҙ тураһында әлегә тиклем белмәгән мәғлүмәттәрҙе бирә, күңелдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөнгө экскурсияла минең өсөн иң фәһемлеһе Башҡортостандың легендар шәхестәре Салауат батыр, генерал Шайморатов тураһында тыңлау булды”, – тине ул.

Экскурсанттар араһында Лариса Тесля исемле ханым да бар ине. Ул – Санкт-Петербург вәкиле. Махсус рәүештә Өфөнө күрергә, матур урындары менән танышырға килгән.

– Өфө, уның архитектураһы миңә ныҡ оҡшаны, бындағы бер нисә көн эсендә мөмкин булған бөтә иҫтәлекле урындарын ҡарап өлгөрөргә тырыштым. Һеҙҙең баш ҡалала йәшәгән халыҡ айырыуса күңелемә ятты. Шундай ихластар, асыҡ йөҙлөләр, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ярҙам итергә атлығып торалар! Күп ерҙә бындай ихласлыҡ юғалтылған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шуға был күңелемә май кеүек яғылды. Өҫтәүенә, миңә ҙур уңыш йылмайҙы – данлыҡлы генералға һәйкәл асылған тантананы үҙ күҙҙәрем менән күрергә яҙҙы! – тип ҡыуана ул.

...Көн үҙәге еткәс, Өфөнөң Совет майҙанындағы куранттарҙа “Шайморатов генерал” йырының беренсе куплетының көйө яңғырай. Ул ҡыңғырауҙар ярҙамында башҡарыла. Бөгөнгө сәйәхәттә ҡатнашыусылар ошо мәлгә тура килеүе менән даланлы. Талғын аҡҡан моң ҡаһарман генерал һәйкәле урынлашҡан майҙан өҫтөн ҡаплап, Ватан өсөн башын һалған батырҙар рухына дан йырлаған төҫлө. Ошо моңдо ишеткеһе, күңеленә ныҡлыҡ, ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәгеһе килгән халҡын көтөп ҡала батырҙар майҙаны!

Автор фотолары.

Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Батырҙар майҙанын килеп күрегеҙ!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас