

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙә бик ауыр йөкмәткеле пост ҡалдырҙы. Кисә баймаҡтар батыр яҡташтары менән хушлашты.
“Бөгөн бөтә район, бөтә республика һәм бөтә ил беҙҙең менән бергә ҡайғыра – беҙ ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы, Өмөтбай ауылынан Ғәзиз Рәғип улы Мөхәмәҙиевте һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Беҙҙең хәтерҙә ул Ватаныбыҙ алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, хәрби антына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалып, ғүмерен илдең азатлығы, яҡты ҡиләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ.
Уның ваҡытһыҙ үлеме беҙҙең йөрәктәрҙе әрнетә, күңелдәрҙе борсоуға һала. Илебеҙҙең азатлығы өсөн, ата-бабаларыбыҙҙың эшен дауам итеп баш һалған яҡташыбыҙҙың ата-әсәһенең, яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек, күңел ныҡлығы теләйбеҙ.
Хөрмәтле ил һаҡсыһы – Ғәзиз Рәғип улы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!” – тип яҙҙы.
Егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр егет.
Фото: "Бәйләнештә" Фәнис Әминевтең сәхифәһенән.